«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яҡташыбыҙ Вьетнамда бәләгә тарыған



28.05.2013 Яҡташыбыҙ Вьетнамда бәләгә тарыған

Яҡташыбыҙ  Вьетнамда бәләгә тарығанСалауат ҡалаһынан 30 йәшлек Лариса Хисмәтуллина әхирәте менән Вьетнамға ял итергә юллана. Үкенескә күрә, ялда ҡаза һағалаған. 21 майҙа Лариса юл-транспорт фажиғәһенә тарый. Ҡатын, баш яраһынан комаға төшөп, Нячанг ҡалаһы дауаханаһында ята. Уның әхирәте әйтеүенсә, аварияға иҫерек водитель сәбәпсе. Урындағы полиция был хәлде тикшереү менән мәшғүл.
Ларисаны дауалау һәм Рәсәйгә алып ҡайтыу өсөн 30 мең доллар тирәһе аҡса кәрәк. Яҡташыбыҙға ашығыс рәүештә хирургик операция талап ителә, уны Бангкок ҡалаһында эшләйҙәр. Етмәһә, страховкалау компанияһы беҙҙең ил турисына аҡса түләүҙән баш тарт­ҡан. Әлеге мәлдә Ларисаның туғандары һәм таныштары аҡса йыя.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға