«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Йәшлек” көтәм



28.05.2013 “Йәшлек” көтәм

“Йәшлек”  көтәм
“Йәшлек” көтөп торам әле –‒
Ике күҙем тәҙрәлә.
Атай, әсәй һәм апайым –
Барыһы ла эргәлә.

Бер нигә иғтибар итмәй,
Тышҡа сығып йүгерҙем.
Эй, ҡыуанам, дуҫтарым,
“Йәшлегемә” өлгөрҙөм!

Ҡартайҙыңмы, тиһегеҙме?
Ҡартайманым, һеҙ нимә?!
Беҙгә бит һәр көн аша
“Йәшлек” гәзите килә.

Уны ҡулға алғас та
Бар донъяға күҙ һалдым.
Көләмәстәрен уҡығас,
Ятып уҡ көлөп алдым.

Фәһемле хикәйәләре
Миңә ҙур кәңәш бирә.
Эй, “Йәшлегем”, беҙ бергә
Дуҫ булайыҡ ғүмергә.

Фирғәт ШӘМИҒОЛОВ,
Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға