28.05.2013 Нисек йәшәйһең, милләттәш?
Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында совет ултырышы уҙҙы. Йыйылышҡа өс мәсьәлә сығарылғайны – тәүге икәүһе республика райондарына сығып эшләгән комиссияның отчеты буйынса сығыштар булһа, йәнә берәүһе милли баҫмаларҙы таратыуға ҡағылышлы ине.
Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов Архангел районындағы хәл-торош хаҡында һөйләне. Бында төп тема кадрҙар әҙерләүгә бәйле булды. Атап әйткәндә, сығыш район ауылдарынан килгән хаттар, мөрәжәғәттәргә нигеҙләнеп, тикшереү комиссияһы яһаған һығымтанан ғибәрәт ине. Архангел районында башҡорттарҙың мәнфәғәте нисек күҙәтелә? Башҡорт ауылдары нисек көн күрә? Ниңә ауылдар халҡы район хакимиәте һәм башҡа яуаплы урындарҙа үҙ милләттәштәрен һирәк осрата йә осратмай? Был йәһәттән, баҡһаң, арыу ғына проблемалар килеп тыуған икән. Хатта, әгәр һин ҡоролтай ағзаһы икәнһең, тимәк, милләтсеһең, тигән бөтөнләй мәғәнәһеҙ фекер ҙә таралып бара. Әйткәндәй, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Архангел районында башҡорттар дөйөм халыҡтың 45,4 процентын тәшкил итә. Рустар һаны – 38,5, татарҙар – 10,6, сыуаштар 2,4 процентҡа тиң. Ҡалған милләттәр бер проценттан да кәмерәк.
Ултырышҡа район вәкилдәре саҡырылып, улар ҙа урындағы хәл-торошҡа аңлатма бирҙе. Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаларының күбеһе киҫкен сығыш яһап, республика етәкселегенә хат яҙырға, тигән ҡарар сығарҙы.
Икенсе комиссия Ғафури районында эшләп ҡайтҡан. Бында, башлыса, мәктәптәр торошо тикшерелгән. Шуның буйынса район вәкилдәренә етешһеҙлектәр тураһында әйтелде. Ғөмүмән алғанда, милли мәғарифта проблемалар байтаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев әйтеүенсә, ҡоролтай педагогтарҙың быйылғы август кәңәшмәһенә доклад әҙерләй.
Көн тәртибендәге тағы бер мөһим мәсьәләгә килгәндә, республикалағы милли гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса хәл-торош шәптән түгел. Ҡоролтай ошо проблеманы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Улар араһында райондар менән тығыҙ бәйләнештә булыр өсөн баш ҡалала осрашыуҙарҙы тергеҙеү ҙә бар. Был эште “Аҡ тирмә” ойошмаһы үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ башҡорт ҡоролтайҙарының урындағы ағзаларынан да әүҙемлек талап ителә.
Ултырышҡа БР Президенты Хакимиәтенән ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов, мәҙәниәт, мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре саҡырылғайны. Ришат Сабитов, сығыштар буйынса йомғаҡ яһап, ҡоролтайҙың эшмәкәрлеген хупланы, осрашыуҙар, төбәктәргә сығып, халыҡ менән кәңәшләшеп эш итеү үҙ файҙаһын бирәсәгенә ышаныс белдерҙе.
“Ырыуҙар ташы”н бергәләп ҡорайыҡ
Хәтерегеҙҙәлер, 2010 йылдың июнендә, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Торатау итәгенә сығып, тантаналы рәүештә башҡорт халҡының мемориаль комплексы – “Ырыуҙар ташы”на нигеҙ һалынғайны. Үкенескә күрә, был һәйкәл һаман күтәрелмәне.
Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Рәсәйҙең, Башҡортостандың башҡорт ҡоролтайҙарына, милләттәштәргә әлеге һәйкәлде бергәләп төҙөү маҡсатынан средстволар йыйыу буйынса мөрәжәғәт итте.
Әйҙәгеҙ, был эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек. Беҙ бит бай тарихлы халыҡ. Торатауҙа ырыуҙарға һәйкәл дә торһа, бәлки, уға яҫҡыныусылар булмаҫ.
Аҡсаны түбәндәге иҫәпкә күсерергә:
Получатель: МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир»
Расчетный счет 40703810400000000229
ИНН 0274095117
Банк получателя: ОАО АКБ «Башкомснаббанк»
БИК 048073842
к/с 30101810800000000842