28.05.2013 Гармунға һәйкәл асылды
Яңауыл ҡалаһында етенсе тапҡыр Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика сараһы үтте. Байрамда 37 райондан, шулай уҡ Удмурт Республикаһынан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан, Пермь крайынан 206 башҡарыусы − өлкәндәр һәм балалар, гармунсылар ансамблдәре, тальянсылар ҡатнашты. Сығыштарҙы абруйлы жюри, шул иҫәптән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вячеслав Беляков баһаланы. Ҡатнашыусылар яҡшы әҙерлек һәм юғары башҡарыу оҫталығы күрһәтте. Гран-приға Күгәрсен районынан Рафиҡ Ҡотлоғужин лайыҡ булды. Еңеүсегә Тула гармуны бүләк ителде.
Йылдан-йыл конкурс даирәһе киңәйә бара. Сараның кимәлен күтәреү һәм ҡатнашыусылар һанын арттырыу маҡсатында Бәләбәй, Күмертау ҡалаларында, Салауат районында зона конкурстары үтә. Быйыл айырыуса мәсетлеләр, дыуандар, салауаттар, ҡыйғылар, балаҡатайҙар әүҙем булды. Сарала тәүге тапҡыр Бәләбәй ҡалаһы, Ейәнсура, Нуриман, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары гармунсылары ла ҡатнашты.
“Орленок” һауыҡтырыу лагерында конкурсанттарға, ҡунаҡтарға “Тәбиғәт илһам бүләк итә” тип аталған мәҙәни программа тәҡдим ителде. Яңауылдың бейеү, фольклор һәм йыр коллективтары ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар, йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Төрлө халыҡ уйындары ойошторолдо.
Байрам ҡала майҙанында гала-концерт менән тамамланды. Байрамды ябыу тантанаһы алдынан ҡаланың ял итеү паркында гармунға һәйкәл асылды. Бындай һәйкәлдәр Һарытау, Иваново ҡалаларында, Тверь өлкәһендә бар. Гармунлы Яңауылды ла һәйкәл биҙәп торасаҡ.
М. МОРАТОВ.