30.10.2010 Йондоҙнамә 1-7 ноябрь
Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)
Бик үҙгәреүсән хәлдәр көтөлә. Фекер-ҡараштарығыҙҙың да көнөнә бер нисә мәртәбә үҙгәреүе ихтимал. Тыныс һәм иғтибарлы булһағыҙ, үҙегеҙ тирәһендәге хәлдәрҙе дөрөҫ аңлай алырһығыҙ.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)
Был арала эшегеҙгә йәки уҡыуығыҙға ҡарашығыҙ үҙгәрер. Күтәренке кәйеф менән яңы йүнәлештәрҙе өйрәнә башларһығыҙ. Тик ҡай- саҡ сыҙамһыҙлыҡ күрһәтеүегеҙ арҡаһында мөнәсәбәттәрҙең бер аҙ боҙолоуы бар.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)
Осор бик мәшәҡәтле булыр, күп кенә йүгерергә тура килер. Кесе йомала өйөгөҙҙә нимәнелер юғалтырһығыҙ. Йомала ниндәйҙер хәрбиҙәр менән осрашыуығыҙ ихтимал.
ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)
Шишәмбелә күңелегеҙгә оҡшамаған кешеләр менән аралашырға тура килер, моғайын. Ғөмүмән, был арала бәйләнештәр, таныштар мөһим урын аласаҡ. Кесе йомала һис уйламағанда өҫтәмә сығымдарға юлығырһығыҙ һымаҡ.
Буға (21. 04 – 21. 05)
Алдығыҙҙа асылған мөмкинлектәр бер аҙ башығыҙҙы әйләндерер. Сығымдарығыҙҙың килемде уҙып китеүе лә бар. Шаршамбыла аҡсағыҙҙы дөрөҫ файҙаланмау хәүефе юғары булыр.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)
Эшегеҙҙә һәр саҡ тәртип булыр. Аҙна барышында етәкселәр менән кәңәшләшергә, яҡын киләсәк тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Фән менән шөғөлләнеүселәр был арала ниндәйҙер һиҙелерлек уңышҡа өлгәшер.
ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)
Күңелегеҙҙе өйкәп торған ҡатмарлы мәсьәлә хәл ителергә тора кеүек. Бик тиҙҙән ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ, моғайын. Ысынлап та, был эш һеҙҙән күп көс-хәл талап итте. Шәмбелә элек юғалтҡан әйберегеҙҙе табырһығыҙ.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)
Шишәмбелә ниндәйҙер уңайлы мәл кисерерһегеҙ. Унан файҙалана алһағыҙ, үҙегеҙгә оҙайлы шөғөл табырһығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында ял тураһында оноторға ла тура килер һымаҡ.
ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)
Эштәрегеҙҙә бер аҙ һүлпәнлек һиҙелә башлар, моғайын. Был арығанлыҡтандыр, бәлки. Үҙегеҙгә күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ. Кешеләргә ҡарата артыҡ талапсан булыуығыҙ йыш ҡына ҡамасаулап торор.
Үлсәү (24. 09 – 23. 10)
Был арала ваҡиғалар күп көтөлә. Уларҙың күпселеге һеҙҙең өсөн ыңғай булыр. Башығыҙға һирәк-мирәк аҡыллы фекерҙәр килеп торор. Бәғзеләре киләсәктә кәрәк булыр, бәлки.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында көтөлмәгән сығымдар һәм бер юлы уйламаған килемдәр ҙә булыуы ихтимал. Ниндәйҙер бүләктәр йәки отоштар бик мөһим. Кесе йомалағы ваҡиғалар планлаштырған көн тәртибен боҙоуы ла бар, быға алдан әҙер булығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ваҡ-төйәк эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, төп маҡсатығыҙға табан ҡырҡыу аҙым яһар өсөн уңайлы мәл. Был арала янығыҙҙағы ҡайһы бер кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе өр-яңынан ҡорорға тура килер кеүек.