«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Сәскә атыр саҡта кипкән гөл



30.10.2010 Сәскә атыр саҡта кипкән гөл

ҡала ситендәге мосолман зыяраты янында яурынына ҡәҙәре төшкән етен сәстәрен көҙгө ҡояшта уйнатып торған йәш ҡыҙҙы әллә ҡайҙан уҡ шәйләгәйнем. Беренсенән, уның йоҡа кәүҙәһенә килешле итеп тегелгән ап-аҡ күлдәге алыҫтан уҡ күҙгә ташлана. Икенсенән, башҡа көндәрҙә бында ҡала баҙарына килеп, һөт-ҡатыҡ, йомортҡа һатҡан ауыл кешеләре байтаҡ була ине, әле был һылыу яңғыҙы ғына.
– Ағай, түлке минең һеҙгә түләргә аҡсам юҡ инде, – тине ҡыҙыҡай, машина ишеген асҡас, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына.
– Ултыр-ултыр, әле бит һинән аҡса һораманым. – Минең яуапты ишеткәс, ҡыҙ, йәшле күҙҙәрен һөртөп, артҡы креслоға сүгәләне лә, шымтайҙы.
– Нимәгә көйәләнәһең, һылыу? – Артҡы яҡты күҙәтеү өсөн ҡулайлаштырылған көҙгө аша юлдашыма һүҙ ҡуштым.
– Атайым әсәйемде туҡмап, урамға сығарып ебәргән, шуға үрһәләнеп йөрөйөм. – Юлдашым тағы ла нығыраҡ шыңшырға тотондо.
– Ир менән ҡатын талаша ла, яраша ла инде, һылыу, юҡҡа бөтөрөнмә. Бер аҙ ҡаны һыуынғас, барып алыр әле әсәйеңде атайың.
– Үҙ атайым түгел ул, үгәй. – ҡыҙыҡай, бер аҙ тынысланып, һүҙен дауам итте. – Әсәйемде нисәнсегә туҡмай бит инде. Әле лә ҡан ҡоҫтор­ғансы иҙгән, күршеләр һөйләне. Әсәйем, өс бәләкәй туғанымды алып, көскә сығып ҡасҡан.
– Туғандарың да бармы ни? – Минең ҡыҙыҡһыныуым арта төштө.
– Бар шул. Береһенә алты йәш, икенсеһенә – өс, иң бәләкәйенә биш ай ғына әле. Минең атайым үлгәс, ошо эткә сыҡҡан да бала тапҡан да бала тапҡан бит әсәйем.
– Әсәйеңде күрҙеңме һуң әле?
– Юҡ, ҡалалағы инәйемдәрҙә түгелме икән, тип барғайным, уларҙа булмай сыҡты. Әле Ташлы ауылында йәшәгән өләсәйемдәргә китеп барам. Уларҙалыр, бәлки.
Байтаҡ ҡына шым килдек. Бер аҙҙан ҡыҙ, үҙ алдына һөйләнгән кеше кеүек, әйтеп ҡуйҙы.
– Теге юлы сәнскәс, үлтергәнсе сәнсеп кенә ҡуймағанмын мин уны.
Уның был һүҙҙәренән тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, ҡапыл артҡа боролдом. Тигеҙ генә геүләп, моңланып килгән машинам да сәсәп, һүнде.
– Нимә тинең, һылыу?
– Быйыл апрель айында бысаҡ менән күкрәгенә сәнскәйнем мин ул әҙәм аҡтығының, нығыраҡ ҡаҙамағанмын. – Юлдашымдың күҙҙәренән сәселгән уҫаллыҡтан арҡа буйҙарым зымбырлап китте.
– Нисә йәш һуң һиңә, һылыуым?
– Ике көндән ун һигеҙем тула инде. Ә ниңә, йәш тимәксеһегеҙме, ағай? Ничего, әсәйемдең күҙ йәштәре өсөн ҡоһорон ҡайтарам мин уның барыбер.
Диананың атаһы ҡыҙына ун ике йәш тулыр-тулмаҫтан ғына яҡты донъянан китеп барған. Үҙ теләге менән юлланған ул баҡыйлыҡҡа, ҡатынының һулға йөрөгәнен күтәрә алмаған. Иренең вафатына ҡырҡ көн дә үтмәгән, тол ҡалған ҡатын яңғыҙ әсәһе менән кескәй генә өйҙә көн күргән Андрей исемле сыуаш һөйәренә тормошҡа сыҡҡан.
– Беҙҙең үҙебеҙҙең дә, ҙур булмаһа ла, йортобоҙ бар ине, – ти Диана. – Унан һуң, атайым Уренгойҙа эшләгәс, яңы өй ҙә һала башлағайны. Әсәйем, сыуаш иренең татлы һүҙҙәренә алданып, уларҙың барыһын да тотонолған машинаға алмаштырып, ҡәйнәһе йортона күсте. Тик үҙен бәхет ташлап киткәйне шикелле, урыны – тупһанан ары, ишеткәне йүнле һүҙ булманы. Өләсәйем гел генә: «Бәйел аҙһа, башҡа бәлә килә», – тип ҡабатларға ярата. Атайымды һанламай, ғүмерлеккә бәләле булды әсәйем.
Өләсәһе ҡулында тәрбиә алған Диана. Әсәһенең яңы ғаиләһендә эйәрсен балаға урын табылмаған. Әлбиттә, әсәһе онотҡанда бер килгеләп йөрөгән. Аҙаҡ, икенсегә буйға уҙғас, Дианаға бөтөнләй һыуынған. Ә инде бала тапҡас, оло ҡыҙының барлығын да онот­ҡан.
Йәшәй башлағандарының тәүге айҙарында ҡатынын алиһәләй күргән Андрей, балаһы тыуғас та, сығынлай ҙа китә. Имеш, бала уныҡы түгел, ә үлгән иренән. Уның кеше балаһын тәрбиәләргә теләге юҡ. Улының һүҙҙәрен әсәһе лә ҡеүәтләп ебәргәс, теге бөтөнләй аҙа. Шулай, ҡасан ғына аҡҡошом, күгәрсенем, тип усынан да төшөрмәй йөрөткән ҡатынының көн дә елеген һура. Улай ғына ла түгел, һирәк-һаяҡ осраш­ҡанда әсәһенең күҙ төптәрендәге күк­тәр­ҙе лә күрә Диана.
Елдән килгән мөлкәтте лә тиҙ арала елгә таратып бөтә Андрей. Эскән килеш руль артына ултырып, машина менән берәүҙең ҡолонларға йөрөгән бейәһен бәрҙереп үлтерә. Түләр мөлкәте булмағас, ат хужаһына емерелгән машинаһын биреп, саҡ-саҡ ҡотолоп ҡала ул. Хәйерсенекен ел осорған, тигәндәре шулдыр инде, күрәһең.
Быйыл апрель урталарында, әсәһе өсөнсөгә бәпесләргә дауаханаға ятҡас, Андрей Диана артынан Ташлыға үҙе килгән икән.
– ҡыҙым, әйҙә ҡайт, әсәйең балнистан ҡайт­ҡансы туғандарыңды ҡарап торорһоң, миңә лә йорт эштәрендә ярҙамсы булырһың, тине ул миңә. – Диана, нәфрәт тулы күҙҙәрен ҡулъяулыҡ осо менән һөртөп, һөйләүен дауам итте. – Мин, үҙем генә барырға ҡурҡып, ике туған апайыма ла өндәштем. Тәүге көндө тыйнаҡ ҡына йөрөнө Андрей, беҙҙең килгәнде үҙһенмәй сарылдаған әсәһенең дә ауыҙын тиҙ томаланы.
Икенсе кисте Андрей ҡайҙандыр ҡыҙмаса булып ҡайта. Үҙе менән бер ярты көмөшкәһе лә була уның. Бер шешә нәмә, дүрт кешегә күпкә етәме ни? Уны төпләгәс, Андрейҙың һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған әсәһе, күңелләнеп, һуңғы көнгә тип йыйып ҡуйған аҡсаһынан тағы бер аҙ өлөш сығарып, улына һуҙа. Андрей ҡайтҡансы, ҡыҙҙар тамаҡ хәстәрләргә тотона.
– Мин кәстрүлгә ит һалып ебәрҙем, апайым картуф әрсей башланы. Шул ваҡыт, күҙҙәрен майландырып, Андрей ҡайтып инде. Алып ҡайт­ҡан көмөшкәһен зыңҡылдатҡансы өҫтәлгә ултыртты ла: «Әй, балдыҙҡайым, шул тиклем матурһың да инде. ҡана, бынау тупайып торған түштәреңдән берҙе генә тотайым әле», – тип, картуф әрсеп ултырған апайыма үрелде.
Үгәй атаһының бындай әрһеҙлеген күргән Диана, апаһын яҡлашыу өсөн, араға инә.
– Һин нишләйһең, гнида! Әсәйем китеп тә өлгөрмәгән, йәш ҡыҙ­ҙар кәрәктеме? Ис­маһам, минән оялыр инең, – тип, Андрейҙың ҡулына һуғып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала ул.
– Һинән генә оялыр­ға ҡалғайны хәҙер миңә, кәнтәй! – Тағы ҡайҙалыр мул ғына өҫтәп ҡайт­ҡан Андрей ҙа ҡыҙа. – Оятты белһәң, ун етең тулыр-тулмаҫтан ир аҫтына инеп ятыр инеңме? Әсәйең атайыңды гүр ҡуйынына алып барып тыҡҡан һымаҡ, һин дә типһә – тимер өҙөрлөк егеттең башына еттең.
Туғыҙынсы синыфты тамамлаған йылда Диана армиянан ҡайтҡан бер егеткә кейәүгә сыҡҡайны, шуға төрттөрә үгәй атаһы. Кейәүгә сыҡҡайны тигәс тә, өләсәһенең ауылда мулла булып йөрөгән бер таныш ҡартын саҡырып, никах уҡытып, йәшәп ала ла китәләр. Тик оҙаҡҡа бармай улар­ҙың ғаилә тормоштары, йәй башында теге егет, эскән килеш ауылдары эргәһендәге бәләкәй генә быуаға һыу ҡойонор­ға төшә лә, тонсоға. Ире үлгәс, Дианаға өләсәһенең йортона кире ҡайтыу­ҙан башҡа сара ҡалмай. Шуны иҫкә төшөрөп, йәберләргә тырышыуы инде Андрейҙың.
– Беренсегә генә һүҙгә килешеүебеҙ түгел беҙҙең. – Диана, тыңлар кеше барҙа, эсендә йыйылғандарҙы һөйләп ҡалайым тине, ахырыһы. – Осрашҡан һайын эт менән бесәй шикелле эләгешеп торабыҙ. Был юлы ла шуның менән бөтөр ҙә ине, бәлки. Ләкин үгәй атайҙың: «Уйнаштан уйнаш тыумай, кем тыуһын инде башҡа», – тигән һүҙҙәре аңымды томаланы. Мин ҡулымдағы кәстрүл ҡапҡасы менән Андрейҙың ауыҙына тондорғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Уғаса булмай, ул, апайымдың ҡулындағы бысаҡты тартып алып, миңә ташланды. Ныҡ иҫерек ине Андрей, шуға ла һелтәнгән ыңғайға, аяғы нимәгәлер эләгеп, һөрлөктө. Миңә шул ғына кәрәк ине, нисектер яйын табып, бысаҡты алдым да, үгәй атай­ҙың күкрәгенә сәнстем. Быларҙың барыһын да төштә күргән кеүек кенә хәтерләйем. Андрей гөрһөлдәп газ плитаһы менән өҫтәл араһына ауғас ҡына аңыма килгәндәй булдым.
– Хәҙер нимә була инде һинең менән, Диана? – тип һорап ҡуйҙым мин, бер нисә минут тын ултырғас.
– Оҙаҡламай суд булырға тейеш, саҡырыу ҡағыҙы көтәм. – Шул тиклем тыныс итеп әйтте был һүҙҙәрҙе ҡыҙ, әйтерһең дә, беренсе тапҡыр ғына енәйәт ҡылмаған да, беренсе тапҡыр ғына хөкөм алдына баҫмай.
Мөмкинлек табып, судҡа барырмын, тип хушлашһаҡ та, донъя мәшәҡәттәре менән булып, унда ҡатнаша алманым. Сентябрь аҙаҡтарында Диана үҙе шылтыратты. Хәйер, мин башта уның әллә эсеүҙән, әллә күп тәмәке тартыуҙан ҡарлыҡҡан тауышын таныманым да.
– Эй, корреспондент, нишләп судҡа килмәнең? – тигәс кенә трубканың теге осонда кем торғанын аңлап алдым.
– Беләһеңме, һылыу... – Аҡланырға сәбәп эҙләй башлағайным, Диана мине насар һүҙ менән бүлдерҙе.
– Ярар, борғоланма, мин һинең бисәң түгел бит! Яҙ, корреспондент, үткән аҙнала суд булды. Мине шартлы рәүештә биш йылға хөкөм иттеләр.
Был тиклем тупаҫлыҡтан баҙап ҡалдым, ни әйтергә белмәнем. Уғаса трубканың теге осонда, бәйләнештең өҙөлгәнен аңлат­ҡан геүләү тауышы ишетелде. Ике-өс көн дә үтмәне, тағы шылтырау яңғыраны. Был юлы ла иҫәнлек-һаулыҡ һорашып тороуҙы кәрәк тип тапманы Диана.
– Корреспондент, әсәйемде балаларынан айырмаҡсы итәләр, ярҙам кәрәк.
– Кем айырмаҡсы итә, айышына төшөндөр, һылыу? – тинем, яғымлы булырға тырышып.
– Эсеүҙән башы сыҡмай, балаларын ҡарамай тип, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итмәкселәр. Туғандарымды үҙем алып ҡарар инем, миңә кем бирһен уларҙы. Хәҙер балалар йортона алып барып тапшырыр­ҙармы икән?
Мин Дианаға ошондай һорау менән шөғөлләнеүсе ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙем. Ул ойошма етәксеһенең исем-шәрифтәрен дә әйттем.
– Унда һиңә ярҙам итеүҙән баш тартһалар, тағы шылтыратырһың, берәй әмәлен табырға тырышырбыҙ, – тинем хушлаш­ҡанда.
Ошонан һуң байтаҡ ваҡыт үтте, Диана бәйләнешкә сыҡманы, үҙем, уның кеҫә телефонымдың хәтер һандығында һаҡланып ҡалған номеры буйынса шылтыратып ҡараһам да, яуап булманы.
Октябрь айының сыуаҡ бер көнөндә ҡала баҙарына ингәйнем. ҡауын-ҡарбуз менән сауҙа итеүселәр эргәһенән үтеп барам. ҡарағусҡыл йөҙлө бер төркөм ир-ат шау-гөр килеп нимәгәлер шатлана, һығылып-бөгөлөп көлөшә. Араларында ҡулдарына һыра шешәләре тотҡан, ауыҙҙарына тәмәке ҡапҡан ике йәш ҡыҙ ҙа бар. Бәй, анау етен сәслеһе мин белгән Диана ла баһа! Хәйер, мин белгән ҡыҙ икенсерәк ине шикелле. Бының сәсе, бик күптән һыу теймәгәнлектән, ойошҡан, алтын төҫөн юғалтҡан. Ирен ситтәрен ҡутыр баҫҡан, нурһыҙланған күҙ төптәре, әллә оҙаҡ ваҡыт йүнле ризыҡ күрмәгәнлектән, әллә башҡа сәбәптән, ҡарайып киткән. Өҫтөнә кейгән кейеме лә ныҡ ҡына таушалған. ҡасан ғына мин күргән, мин белгән Диананың элекке төҫө лә, матурлығы ла ҡайҙалыр юҡҡа сыҡҡан.
ҡайҙа барғанымды ла, бында ниндәй йомош менән ингәнемде лә онотоп, тағы байтаҡ ҡына баҫып торҙом әле. ҡыҙҙар, ҡырлас танаулы ике иргә эйәреп, ҡайҙалыр китеп барғас ҡына, ауыр уйҙарға сумып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланым...

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

(Геройҙарҙың исеме үҙгәртеп алынды).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға