«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Алыр алдынан уйла!



24.05.2013 Алыр алдынан уйла!

БР Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Юғары суды Бишбүләк районы ЗАГС бүлегенең элекке начальнигы Елена Харрасованан ришүәт алған өсөн 1 млн 350 мең һум штраф түләтеү буйынса хөкөм ҡарарын раҫланы.
Асыҡланыуынса, 2011 йылдың авгусында 33 йәшлек Е. Харрасова Вьетнам кешеһе менән никахын теркәргә теләүсе ҡатындан, сит ил кешеһе менән никахты теркәү өсөн республика ЗАГС идаралығынан рөхсәт алырға кәрәк, тигән һылтау менән, 55 мең һум аҡса талап иткән. Шул уҡ йылдың октябрендә кейәү егетһеҙ генә был никахты теркәп, кәләшенән йәнә 45 мең һум аҡса алған. Законды боҙған һәр чиновник, ниндәй генә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, тейешле язаһын аласаҡ. Был – республика власының төп ҡағиҙәһе, тип аңлатма бирә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға