«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…



24.05.2013 Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында ҡиммәтле автомобилдәргә билдәләнгән һалым күләмен арттырыу тураһында закон ҡабул ителде. Транспорт һалымындағы үҙгәрештәр хаҡы 5 миллион һумдан артып киткән машиналарға ғына ҡағыла.
Хәҙер ҡиммәтле машиналар­ҙың хужалары һалымды юғары коэффициент буйынса түләй башлаясаҡ. Атап әйткәндә, хаҡы 5 – 10 миллион һум торған автомобиль хужалары транспорт һалымын ике тапҡырға күберәк бирәсәк. 10 – 15 миллион һум торған машина хужаларына һалынған һалым өскә ҡабатланасаҡ. Был машиналар­ҙың сығарыл­ғанына 10 йылдан да артыҡ ваҡыт үтмәгән булырға тейеш. Хаҡы 15 миллион һумдан артҡан машиналар өсөн дә шундай уҡ һалым ҡаралған. Бындай шәп автомобилдәр сығарылғанға 20 йылдан да артыҡ ваҡыт үтмәгән булыуы шарт.
Еңел автомобилдәрҙең хаҡын Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләйәсәк. Әйткәндәй, автомобилдәр иҫкерә барған һайын улар өсөн билдәләнгән һалым күләме кәмей бара, тип уйларға кәрәкмәй – депутаттар фекеренсә, бик ҡиммәтле машиналарҙың хаҡы бик әкрен төшә. Улар ун йыл эсендә генә ярты хаҡын юғалта, тип әйтеп булмай. Шуныһы ла бар – автомобилдең хаҡы тюнинглау һөҙөмтәһендә күтәрелеп китә. Ләкин был һалымдың күләмен билдәләгән ваҡытта күҙ уңында тотолмай, транспорт һалымы автомобилдең база хаҡына ғына һалына.
Ҡиммәтле автомобилдәр өсөн транспорт һалымын хужалары 2014 йылдың 1 ғинуарынан юғары ставкалар менән түләй башлаясаҡ.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға