«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тирә-яҡҡа һөйөү менән бағайыҡ



24.05.2013 Тирә-яҡҡа һөйөү менән бағайыҡ

Башҡортостан Республикаһында быйылғы йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итеү айҡанлы бик күп сара ойошторола. Белеүебеҙсә, БР Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә экологияға ҙур иғтибар бүлде.
Экологик хәл-торошто яҡшыртыу маҡсатында төрлө урындарҙа бик күп сара ойошторола. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Тирә-яҡҡа һөйөү менән баҡ!” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Унда, китапхана хеҙмәткәрҙәренән тыш, баш ҡалабыҙҙа уҡыусы студенттар, Башҡорт дәүләт университетының география факультеты доценты Инбер Яппаров, “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһының юрисы Азамат Сирбаев, билдәле яҙыусы Сабир Шәрипов һәм башҡалар ҡатнашты.
“Түңәрәк өҫтәл”дә көнүҙәк проблемалар күтәрелде. Бөгөн республикала эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ насарҙан түгел тип билдәләргә кәрәк. Ләкин тәбиғәткә зыян килтергән, көнкүрештән тороп ҡалған сүп-сар мәсьәләһе тейешле кимәлдә хәл ителә тип әйтеп булмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең илдә кешеләрҙең экологик мәҙәниәте алға киткән илдәр­ҙекенән күпкә түбәнерәк булыуын танырға кәрәк. Был бер көндә генә хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Тәрбиә һәр ғаиләлә, мәктәптә башланған саҡта ғына ниндәйҙер алға китешкә өмөт бар. Инбер Яппаров билдәләүенсә, яҙғы өмәләрҙә йәки тәбиғәтебеҙҙе таҙартыуға арналған башҡа сараларҙа студенттарҙан да күберәк ҡатнашыусылар юҡ. Тимәк, йәштәр араһында тирә-яҡ мөхиткә яратыу, хөрмәт менән ҡараусылар етерлек тип әйтергә була. Был ҡыуандыра, әлбиттә.
Көнкүрештә ниндәй генә эш башҡарһаҡ та, тәбиғәт байлыҡтары ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Иң һаҡсыл кеше лә тәбиғәт менән әүҙем файҙалана һәм был хәлде бер төрлө лә үҙгәртеп булмай. Шуға ла бөгөн иң мөһиме – тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ ҡулланыр­ға, килтерелгән зыянды ҡапларға өйрәнеү. Осрашыуҙа ошо проблема һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ҡайсаҡ экология мәсьәләһе тирәләй спекуляция ойошторолоп, уға сәйәсәтте ҡыҫтырып, тирә-яғыбыҙ, кешелек өсөн ҙур файҙа килтерерлек проекттар тормошҡа ашырылмай ҡала. Ҡыҫҡаса әйткәндә, экологияға ҡағылышлы проблемалар шул тиклем күп һәм быйыл ойошторолған саралар ярҙамында улар­ҙы хәл итә башлау һәйбәт булыр ине.
Әле Башҡортостанда йыл исеменә ярашлы “Ҡотҡарып һәм һаҡлап ҡалайыҡ!” халыҡ-ара экология акцияһы бара. Экология темаларына арналған фильмдар күрһәтеү кеүек саралар ҙа үтә. Бихисап конкурс иғлан ителгән, республика, район, ауыл кимәлендәге конкурстар ҙа бар. Дуҫтар, шул саралар­ҙа һеҙҙе лә күрге килә. Бынан һуң, экологик акцияларҙа ҡатнашыуығыҙ тураһында яҙып, “Йәшлек” гәзите иғлан иткән “Йәнтөйәк” конкурсында ҡатнашырға ғына ҡала. Таҙартылған шишмәләр, йылға буйҙары, ҡотҡарылған ҡоштар, йәмләнеп ҡалған урамдар тураһында тотош республикаға еткерегеҙ – башҡалар һеҙҙән үрнәк алһын.
“Йәнтөйәк” конкурсының шарттары ябай ғына – экологияға ҡағылышлы саралар ойошторорға ла, шул хаҡта беҙгә хәбәр итергә кәрәк. Фотолар, хаттар көтәбеҙ һеҙҙән. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән хәбәр – беҙҙән бүләк икәнлеген дә күҙ уңында тотоғоҙ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға