«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Силәбеләр һабантуй миҙгелен аса



24.05.2013 Силәбеләр һабантуй миҙгелен аса

Күрше өлкәнең баш ҡалаһы балалар өсөн башҡорт байрамына – “Һабантуй мозаикаһы”на әҙерләнә.
Ғөмүмән алғанда, һабан­туй­ҙар һуңғы ваҡытта халыҡ-ара дуҫлыҡты, милләттәр байрамын сағылдырған ижад һәм спорт байрамына ла әйләнде. Ошо һабантуй аша ла балаларҙа милли мәҙәниәткә һөйөү уятыу, берләштереү маҡсатын ҡуя ойоштороусылар. Әйткән­дәй, сараны өлкәнең Баш­ҡорт халыҡ үҙәге ойоштора.
Башҡортостандың Силә­бе­­лә­ге даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәби­ров белдереүенсә, ба­лалар һабантуйында Көньяҡ Уралдың ижади коллективтары сығыш яһай, йолаға әүерелгән башҡорт милли көрәше үтә һәм, әлбиттә, шартына тура килтереп, йәғни милли ризыҡ, милли биҙәктәр һәм көнкүреште күрһәткән тирмәләр урынлаштырыласаҡ. Ҡунаҡтар шулай уҡ бай күргәҙмә менән дә таныша ала.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға