«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кәрәҙле телефон станцияһы зарар килтерәме?



21.05.2013 Кәрәҙле телефон станцияһы зарар килтерәме?

Кәрәҙле телефон станцияһы зарар килтерәме? Редакцияға Ишембай районының Маҡар ауылынан “Тәбиғәтебеҙҙе кем һаҡлар, халҡыбыҙҙы кем һаҡлар?” тигән исем аҫтында зарлы хат килеп төштө. Бер аҙ ҡыҫҡартып, уны иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Маҡар ауылы бик матур ерҙә урынлашҡан. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында был ерҙәр заказникка әйләндерелде һәм һунар рөхсәт ителмәне. Беҙҙең төбәк тәбиғәт ҡомартҡыларына бик бай. Уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Әммә хәҙер техник прогресс тормошҡа вата-емерә инә. Аҡсалы байҙар­ға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ, барыһын да һатып алалар.
Бер Александров тигән әфәнде Ҡаран шишмәһе буйында ер һатып алды ла мунса, ике ҡатлы ҡунаҡхана төҙөнө. Хәҙер рәхәтләнеп аҡса эшләй. Унда бер кис ҡуныу – 2 – 3 мең һум. Ҡаран шишмәһе Һикәҙе йылғаһына ҡоя, халыҡ шуларҙың бысраҡ һыуын эсә.
“Сотел” телефон компанияһы Маҡар ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта вышка ҡуйҙы. Был тирә-яҡ ауылдар һәм Маҡар өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙырманы. Бер аҙҙан “МегаФон” компанияһы ауыл уртаһында вышка ултыртты. Уларға кем рөхсәт биргән? Халыҡ менән кәңәшләшеү-һөйләшеү ҡайҙа ул! Был 80 метрлыҡ антенна өсөн, исмаһам, бер кешегә лә эш урыны бирелмәй. Тик халыҡтың барлы-юҡлы аҡсаһын һурып ултыра. Район хакимиәте башлығы Марат Ғайсинға ошо турала һорау биргәйнек, ул, эксперттар менән килешеп эшләнелгән, тип халыҡты тынысландырҙы.
Ауылда күпләп бал ҡорто тоталар. Улар телефон станцияһынан килгән нур арҡаһында аҙашып бөтә, һөҙөмтәлә умарталар буш тороп ҡала. Етлекмәгән кәзә-һарыҡ бәрәстәре тыуыуында ла ошо антенна сығарған тулҡындар ғәйепле икәнлеген иҫбат итергә мөмкин бит! Эре мал, ҡош-ҡорт күпләп үлде. Маҡар ауылында быуын, баш, йөрәк-ҡан системаһы, яман шеш һ.б. ауырыу­ҙары артыуы база станцияһынан килгән нур арҡаһында түгелме икән? Электромагнит нурҙары кешегә, тәбиғәткә, хайуандарға зыян килтергәне өсөн кәрәҙле бәйләнеш компанияһы халыҡҡа компенсация түләргә тейеш.
“Йәшлек” гәзитенең бер һанында Өфө урамдарында күпләп ҡарабаш турғайҙары үлеүе тураһында яҙылғайны. Моғайын, уларҙың үлгән ерендә кәрәҙле бәйләнеш станцияһы булғандыр әле.
Гәзит-журналда кәрәҙле те­лефон аша оҙаҡ һөйләшмәҫкә кәңәш итәләр. Ә бына Маҡар ауылы көнө-төнө электромагнит тулҡыны аҫтында йәшәй.
2013 йылда, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында, ошо һәм башҡа баш-баштаҡлыҡтарға сик ҡуйылыр, тип көтәбеҙ.

Ауыл халҡы исеменән –
С. ВӘЛИЕВА.

Беҙ был хатты “МегаФон” компанияһына ебәрҙек. Ойошманың Башҡортостан буйынса бүлексәһе директоры Дамир Байгилдин яуап бирҙе:
– Ишембай районының Маҡар ауылында урынлаштырылған “МегаФон” компанияһының база станцияһы Маҡар, Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай, Егән ауылдарын, йәмғеһе 1500 кешене бәйләнеш менән тәьмин итә.
База станцияһының бөтә документтары бар, ул РФ законына ярашлы әҙерләнгән. Уны ҡуйыуға һәм эксплуатациялауға рөхсәт биргән санитар-эпидемиология һығымтаһы бар. Ер хужаһы менән оҙайлы ваҡытҡа килешеү төҙөлгән.
РФ законына ярашлы, мобиль бәйләнеш операторҙары “Радио­техника объекттарын урынлаштырыуға һәм эксплуатациялау­ға гигиеник талаптар” (СанПиН 2.1.8/2.2.4.1383-03), “Ҡоро ерҙә радиобәйләнеш сараларын урынлаштырыуға һәм эксплуатациялау­ға гигиеник талаптар” (СанПиН 2.1.8/2.2.4.1190-03) ҡағиҙәләренә таянып эшләй. Бәйләнеш оператор­ҙары төҙөлөшкә тотонмаҫ элек объект проекты санитария талаптарына яуап биреүен раҫлаған документтар алырға тейеш. Шунан документ Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә экспертиза үтә. Уның һөҙөмтәһе буйынса база станцияһы төҙөлөшөнә рөхсәт бирелә, йә тыйыла. База станцияһы тик ыңғай яуап алған осраҡта ғына төҙөлә.
Төҙөлөш тамамланғас, талаптар­ға яуап биреү-бирмәүен асыҡлау маҡсатында ошо үҙәктең лабораторияһы электромагнит тулҡынының тығыҙлығын үлсәй. Әйткәндәй, Рәсәйҙә, Европа менән сағыштырғанда, база станцияларына талаптар бер нисә тапҡырға ҡатыраҡ. Европа илдәрендә 1 мВт/см2 норма һаналһа, беҙҙә – ни бары 0,01 мВт/см2.
Көнбайыш илдәрендә кәрәҙле бәйләнеш күптән ҡулланыла. Кешегә уның нисек йоғонто яһауы туҡтау­һыҙ ентекләп өйрәнелә. Егерме йыл тикшереүҙәр барышында кәрәҙле бәйләнештең кешегә йә тирә-яҡ мөхиткә насар тәьҫир итеүе билдәләнмәгән.
База станцияһы биләмәһендә электромагнит нурланыу йоғонтоһон Рәсәй, Швеция, Венгрия һәм башҡа илдәрҙән бик күп белгес өйрәнгән. Һөҙөмтәлә шул тирәләге йорттарҙа һәм офистарҙа электромагнит хәл-торош башҡа төбәктәрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмауы раҫланған.

Илгиз СИБӘҒӘТОВ,
БДМУ студенты:
– Замана кешеһе мобиль булырға тейеш. Бөгөнгө тормошто кәрәҙле телефонһыҙ, интернетһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Дуҫ­тарым, һөйгәнем менән һәр саҡ бәйләнештәмен. Кис­кеһен тыуған йортома шылтыратып, атай-әсәйемдең, ҡустымдың хәлен белешәм.
Замана уңайлыҡтары кеше тормошо сифатлыраҡ бул­һын өсөн булдырылған. Мобиль телефондың зыяны тураһындағы уйҙырмалар – пессимистарҙың эше ул.

Рәмзиә ИБРАҺИМОВА,
Күгәрсен районының
Волостновка ауылы:
– Ауыл эргәһендә “Ме­га­Фон” компанияһының база станцияһын ҡуйҙылар. Ҡай­һы берәүҙәр, уның арҡаһында телевизор насарыраҡ күрһәтә, ти. Һаулыҡҡа ла зыяны бар, тип тә һөйләй­ҙәр. Әммә быға ышанғы килмәй. Ә бына кәрәҙле телефондың һаулыҡҡа насар йоғонто яһауы ихтимал, тип уйлайым. Шулай ҙа уның файҙаһы күберәк. Ҡайһы бер эштәрҙе тик телефон аша ғына хәл итеп була, туғандарымдың, баш ҡалала йәшәүсе улдарымдың тауышын тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ишетә алам. Миңә шуныһы ҡәҙерлерәк.

Ғәлиә УРАЗБАЕВА,
Өфө ҡалаһы:
– Хәҙер төрлө сирҙәр ар­та, ауырыу балалар күп. Улар ошо замана уңайлыҡтарының эҙемтәһе ул. Күҙгә күренмәгән нурҙар, вибрация, бысраҡ һыу һәм һауа сәләмәтлекте ныҡ ҡаҡшата. Бөгөн нимә ашайбыҙ һуң? Магазин кәштәһе тулы “Е” индекслы аҙыҡ-түлек.
Кәрәҙле бәйләнеш менән кешелек сирек быуат тирәһе генә ҡуллана. Уның сәләмәтлеккә ниндәй йоғонто яһауы әлегә билдәһеҙ. Теле­фондың уңайлыҡтарына алданып, үтә ҡиммәт хаҡ түләмәһәк ярай ҙа ул...

Миҙалдың икенсе яғы
Мобиль телефондарҙың бик уңайлы сара икәнлеген бик тиҙ аңланыҡ. Бөгөн ул кешенең иң яҡын дуҫына әүерелгән тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаған ҡартта ла, яңы теле асылған сабыйҙа ла телефон бар. Нимә эшләргә йыйынһаҡ та, иң алда шуға үреләбеҙ. Етмәһә, телефондарҙың әленән-әле яңы уңайлыҡтары барлыҡҡа килеп тора. Ул интернеты, ул навигаторы, хатта телевизоры... Мобиль телефон арҡаһында ваҡыт һәм аҡса экономиялана. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле, элек ниндәйҙер йомошто үтәр өсөн юлға сығырға тура килә ине. Ә хәҙер хатта күршене сәйгә саҡырыр өсөн дә ҡулға телефон алаһығыҙ.
Белгестәр раҫлауынса, база станцияһының зыяны юҡ. Ә бына кәрәҙле телефондың уңайлыҡтарынан тыш, насар яҡтары ла бар шул. Шотландия ғалимы Уильям Стюарт селәүсендәр менән тәжрибә үткәргән. Һөҙөмтәһе шаҡ ҡатырған – мобиль телефон нурланыуы аҫтында селәүсендең аҡһым структураһы үҙгәргән. Ошоға оҡшаш тәжрибә Мәскәү биофизика институтында үткәрелгән. Ике баҡаны ун минут­ҡа юғары йышлыҡтағы электромагнит нуры аҫтында тотҡандар. Беренсе баҡа шундуҡ йән биргән, икенсеһең йөрәге яйыраҡ тибә башлаған.
Швеция ғалимдары ҡомаҡтарҙы һынап ҡараған. Ике сәғәт буйы уларҙы нур аҫтында тотҡандар. 50 көндән һуң ҡомаҡтарҙың мейеһен микроскоп аҫтында тикшергәндәр, уларҙың бик күп ҡан тамыры зарарланыуы, үлгән нейрондар “өйөмө” хасил булыуы асыҡланған. Мобиль телефондан килгән радиация ни тиклем көслө булһа, шул тиклем ҙурыраҡ зыян булған. “Кеше мейеһенең төҙөлөшө ҡомаҡтыҡына оҡшаған. Тимәк, кешегә лә мобиль телефон шул рәүешле йоғонто яһауы ихтимал. Әгәр ҙә, ысынлап та, шулай булһа, бөгөн мобиль телефон менән киң ҡулланған йәштәрҙең 30 – 35 йәшендә үк Альцгеймер сиренә дусар булыуы мөмкин”, – тигән күңелһеҙ һығымта яһаған ғалимдар.
Яман шеште өйрәнеү һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмалары белгестәре лә мобиль телефондан килгән радиация кеше сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай, ти. Бигерәк тә 16 йәшкә тиклемге балалар сәләмәтлегенә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә. Мобиль телефон йоғонтоһо арҡаһында баш ауыртыуы, хәлһеҙлек күҙәтелә, иммунитет ҡаҡшай, хатта мейелә һәм күҙҙә яман шеш барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Нисек үҙеңде һаҡларға һуң? Көнө-төнө телефон аша һөйләшмәгеҙ. Аппаратты кеҫәлә йөрөтмәгеҙ (нурҙар эсәклектең микрофлораһын үлтерә). Лифтта, автомобилдә телефон менән ҡулланмауығыҙ хәйерле, радиация күләме бер нисә тапҡырға арта. Иҫке аппараттар күпкә зыянлы. Телефон бик насар нәмә икән, тип уны ташларға ашыҡмағыҙ. Сама тураһында онотмаһағыҙ, һеҙгә бер ниндәй ҙә хәүеф янамаҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға