«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телеңде йоторлоҡ



21.05.2013 Телеңде йоторлоҡ

Ананаслы салат
Телеңде йоторлоҡ
1-се вариант
1 банка консерваланған ананас, 200 г бешкән ит (майһыҙ), 100 г зәй­түн емеше, 100 г ҡаты сыр, 4 беш­кән йомортҡа, 1 йәшел алма, 1 ҡыҙыл татлы борос, 1 баш һуған, майонез, петрушка, тоҙ.
Ананасты, итте, сырҙы, йоморт­ҡаны, алманы, боросто, һуғанды шаҡмаҡлап, зәйтүн емешен түңәрәк итеп турайбыҙ. Ананастан башҡа бөтәһен бергә болғатырға. Өҫтәлгә ултыртыр саҡта ананас, тоҙ, майонез (зәйтүн майы ҡушыл­ған майонез яҡшыраҡ) ҡушып бутарға. Һуңынан өҫтөн татлы борос һәм йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә.
2-се вариант
Ит, картуф, йомортҡа, консерваланған ананас.
Йәйенке тәрилкәгә иң аҫҡа шаҡмаҡлап туралған ит, икенсе ҡатҡа ҡырылған картуф һалғас, өҫтөнә майонез яғырға. Иң өҫкә ананасты ваҡ ҡына итеп турап һалырға. Бер аҙ һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Бик тәмле салат килеп сыға.

«Кириешки» менән салат

100 г ыҫланған колбаса, 1 ҡап «кириешки» сохарыйы, 100 г консерваланған фасоль, 100 г консерваланған кукуруз, 150 г кәбеҫтә.
Сохарыйҙан башҡа бөтәһен бергә майонез ҡушып болғатырға. Өҫтәлгә бирер алдынан сохарый­ҙы ҡушаһың.
Корейса ҡош йөрәге

0,5 кг өйрәк, ҡаҙ йөрәге, 4 ҡалаҡ томат соусы, ярты ҡап корейса әҙерләнгән кишер өсөн тәмләткес, үҫемлек майы.
Йөрәкте йыуып, тышын һыҙырыр­ға. Үҫемлек майында 15 минут ҡыҙҙырып алғас, соус, тәмләткестәр ҡушып, 7 – 10 минут быҡтырырға. Быҡтырғанда барлыҡҡа килгән һыу ҡайнап сығырға тейеш. Өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һалып, өҫтәлгә бирергә. Гарнир менән дә ашарға була.

Алма менән пончик

0,5 стакан ҡаймаҡ, 0,5 стакан шәкәр, 1 стакан он, 1 стакан һөт, 3 йомортҡа, 6 – 8 уртаса ҙурлыҡтағы алма.
Бөтә ингредиенттарҙы ҡушып ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр әҙерләргә. Алманы түңәрәк итеп ҡырҡып, ҡамырға манып алғас майҙа бешерергә.

Эремсекле запеканка

0,5 стакан он, 2 йомортҡа, 0,5 кг эремсек, 1 стакан шәкәр, 0,3 литр һөт, 3 ҡалаҡ какао, 0,5 балғалаҡ һүндерелгән сода.
Барыһын бергә болғатырға. Табаны майлап, ваҡланған сохарый һибергә, ҡатнашманы ҡойоп, духовкала бешерергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Әлиә БАЙҒУЖИНА.
Әбйәлил районы,
Үтәгән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға