«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өфөлә яңы гемодиализ үҙәге асылды



17.05.2013 Өфөлә яңы гемодиализ үҙәге асылды

Үҙәк асылыуға Башҡортостан менән нефрология өлкәһендә медицина хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса Швецияның “Diaverum” компанияһы (ошо өлкәлә донъя­ның иң ҙур компанияларының береһе) һәм Рәсәйҙең гемодиализ өсөн медицина ҡорамалдары етештергән “Юнона” холдингы араһында шәхси-дәүләт партнерлыҡ сәбәпсе булды. Был проект – килешеү шарттарын бойомға ашырыуҙың бер өлөшө.
Гемодиализ үҙәген асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Швеция Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Вероника Бард Брингеус, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев һәм партнерҙар ҡатнашты.
Өфөләге яңы диализ үҙәге – медицина өлкәһендә яҡшы күренеш. Власть органдары инвестициялар өсөн уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ итһә, шәхси инвес­торҙар барыһын да тиҙ һәм сифатлы эшләгән. Киләсәктә лә Рәсәй менән Швеция мөнәсәбәттәре нығыныуға һәм берлектәге проекттар, инвестициялар, социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән мөһим йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур өмөт бағлана. Лилиә Ғүмәрова ла был тәңгәлдә Баш­ҡортостандың уңайлы төбәк­тәр­ҙең береһенә әйләнеүенә ышана.
Яңы клиника, тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, өс сменала көнөнә 84 пациентты ҡабул итә аласаҡ. Ауырыуҙарҙы дауалау – бушлай. Штатта 41 кеше – өҫтәмә махсус белем алған алты табип-нефролог, шәфҡәт туташтары һәм хеҙмәтләндереү персоналы. Клиникала Рәсәйҙә етештерелгән 28 яһалма бөйөр аппараты ҡуйылған.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев һүҙҙәренсә, диализ бүлектәре бөгөн Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, Республика кардиология диспансерында, 21-се ҡала клиник дауаханаһында, Белорет, Сибай, Күмертау, Неф­текама, Мәсәғүт, Октябрьскийҙа эшләй. Ә Инорста асылған диализ үҙәге – унынсыһы. Әйткәндәй, әле беҙҙә барлығы 600 кеше гемодиализ процедураһы үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға