«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Иғтибар: ялған фирма



17.05.2013 Иғтибар: ялған фирма

Илвир исемле ир Өфөлә “ЮжУралРесурс” тигән фирма асып ебәрә, хатта Карл Маркс урамында офис булдыра. Шунан ул төҙөлөп ятҡан йортта фатирҙар һатылыуы тураһында уңлы-һуллы иғландар бирә башлай. Уртаса хаҡтан күпкә арзан тәҡдим ителгән торлаҡ байтаҡ кешенең иғтибарын йәлеп итә. Кешеләр офис­ҡа килеп, килешеү төҙөй, төҙөлөш өсөн тәүге иғәнә индерә.
Йортто тапшырыу мәле етә. Тиҙҙән яңы фатирға күсәбеҙ, тигән татлы хыялдарға сумып йөрөгән клиенттар, уларҙың өйө икенсе кешеләргә һатылғанын белеп, аптыраша башлай. Шунан улар офисҡа килә, ә Илвир йәшенергә лә, ҡасырға ла уйламай. “Был хәл ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында килеп сыҡты. Ҡайғырмағыҙ, һеҙгә икенсе йорттан фатир биреләсәк, бер аҙ көтөгөҙ”, – тип, клиенттарына вәғәҙәләр яуҙыра. Әммә алданған кешеләр полицияға мөрәжәғәт итә.
Тикшереү барышында Илвирҙың фирмаһы бары ҡағыҙҙа ғына “йәшәүе” һәм уның төҙөлөшкә бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмауы асыҡлана. Әлеге мәлдә полицияға туғыҙ кеше ғариза яҙған. Улар, арзан фатирға ҡыҙығып, 20 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан.
Бындай мутлыҡтар ҡылыусы “бизнесмен”ға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, әлегә тикшереү эштәре бара. Уның ун йылға төрмәгә эләгеүе ихтимал.
Фатир һатып алыу – күлдәк алыу түгел. Килешеү төҙөгәндә иғтибарлыраҡ булырға, тик ышаныслы фирмалар менән генә эшләргә кәңәш итәбеҙ. Арзан хаҡҡа алданып, фатирһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалыуығыҙ ихтимал.
Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға