«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өсөнсө бала өсөн – 4,5 йыл



17.05.2013 Өсөнсө бала өсөн – 4,5 йыл

Өсөнсө бала өсөн – 4,5 йылРәсәйҙә демографияны яҡшыртыу йәһәтенән төрлө алымдар ҡулланып ҡарайҙар. Әлбиттә, ғаиләлә икенсе бала тыуғас бирелә торған “әсәлек капиталы” күптәр тарафынан мөғжизә кеүек ҡабул ителде. Хәҙер, өсөнсө бала тыуғас, мохтаждарға бушлай ер бирелә, тип ҡыуандыралар. Участканы һорағас та тоттормайҙар, уны алыу өсөн арыу ғына йүгерергә лә тура киләсәк. Тағы бер шәп яңылыҡ булмаҡсы.
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы декрет ялын оҙонайтыу тәҡдимен әйткән. Өсөнсө бала менән ултырған ҡатынға страховка түләүе 4,5 йылға тиклем булыр­ға тейеш.
Был яңылыҡты индереү өсөн айырыуса вице-премьер Ольга Голодец тырыша. Уны Дмитрий Медведев та хуплай. Кем белә, бәлки, тиҙҙән барыһы ла законлаштырылыр.

“Труд” гәзите мәғлүмәттәренән
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға