«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Гәзит аҙнаға бер тапҡыр сығасаҡ, тип борсолмағыҙ



17.05.2013 Гәзит аҙнаға бер тапҡыр сығасаҡ, тип борсолмағыҙ

“Шәхси гәзиттәрҙән күрмәксе, һеҙ ҙә сканвордтар менән халыҡты алдарға булдығыҙмы?“ – тигән смс- һорау килде бер көн.
Шәхси гәзиттәр менән “Йәшлек”тең бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Шөкөр, әлегә тиклем конкурстарҙа еңеп сығыусы гәзит уҡыусыларыбыҙҙың бере­һен дә алдағаныбыҙ юҡ, беҙгә ундай холоҡ хас түгел. Улар бүләк алған иҫтәлекле мәлде фотоға төшөрөп, гәзиттә лә бирәбеҙ хатта. Ғөмүмән, “Йәшлек” ғәҙел, тура һүҙле халыҡ гәзите булараҡ дан алған.
Гәзит уҡыусыларҙың уй-кисерештәрен һанламай, һеҙҙе республика күләмендә һемәйтәләр икән, иң хәйерлеһе – был баҫма менән дуҫлыҡты өҙөү.

Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан Гөлсимә апай Миңлейәрова былай тип шылтыратты:
– Гәзитегеҙҙе үтә ҡыйбатландырып ебәргәнһегеҙ, етмәһә, аҙнаһына бер тапҡыр ғына сығасаҡ. Яңылыҡтарҙы яҙып тормаһағыҙ ҙа була инде, “Йәшлек” журналға әйләнә бит былай булғас…
Эйе, ысынлап та, гәзиткә яҙылыу хаҡы сама менән 40 һумға ҡиммәтләнде. Тик был һис тә беҙҙең ғәйеп менән түгел, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ. Хәлебеҙҙән килһә, баҫма баһаһын мөмкин тиклем арҙан хаҡҡа ҡалдырыр инек тә бит… “Рәсәй почтаһы” етәкселеге ярты йыл һайын хеҙмәтенә хаҡ өҫтәүҙе ғәҙәт итеп алды.
Кемдер “Йәшлек”те ваҡытында алып ҡыуана, ә ҡайһы бер төпкөл ауылда йәшәгән милләттәштәребеҙгә гәзит ике-өс аҙнаға бер тапҡыр килә! Тап почта яғынан үҙгәреш елдәре иҫкәнгә күрә гәзит ябай почтальондың хеҙмәтен еңелләштереү өсөн 24 битлек булып аҙнаһына бер тапҡыр сыға башлаясаҡ та инде. “Йәшлек”тең ҡалынайыуына ҡыуанырға кәрәк – тимәк, гәзиттең йөкмәткеһе тағы ла яңы темалар менән байыясаҡ, хәбәрселәр бөгөндән үк ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, яңы проекттар тураһында пландар менән янып йөрөй.

Әбйәлил районынан: “Балалар “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашыу өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә?” – тигән һорау килде.
Республика “Байыҡ” бейеү конкурсы йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Бәйгелә соло, дуэт, трио һәм ансамбль номинацияларында 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Барлығы өс этаптан торған конкурстың июнь айында әҙерләү этабы һәм һайлау туры үтәсәк. Ә “иң-иң”дәр июлдә, йола буйынса, Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығындағы гала-концертта ҡатнашасаҡ. “Байыҡ” бейеү конкурсы ойоштороусылары менән 8 (347) 273-66-19 телефоны аша бәйләнешкә сыға алаһығыҙ.

Шылтыратыуҙарҙы
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға