17.05.2013 Йыһандың асыҡлайһы серҙәре бар әле
Өфөлә “Гагарин көндәре” үтте
Ер шарыбыҙға ситтән – йыһандан ҡарау бик һирәктәргә генә эләккән бәхет. Шуға ла донъяла йыһангирҙарға булған ҡыҙыҡһыныу бер ваҡытта ла һүнмәй. Улар менән осрашып-һөйләшеү үҙе бер ваҡиға, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Легендар йыһангирҙар менән осрашыу мөмкинлеге беҙгә лә тейҙе – 14 – 16 майҙа баш ҡалабыҙҙа “Гагарин көндәре” республика балалар-үҫмерҙәр фестивале үтте. Сара өсөнсө тапҡыр ойошторолдо һәм был юлы ла данлыҡлы йыһангирҙарҙы, осоусыларҙы, хәрби етәкселәрҙе һәм башҡа бик күп кешеләрҙе тупланы. “Гагарин көндәре”ндә ҡатнашыу өсөн Өфөгә Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы ла килде.
Атап әйткәндә, “Гагарин көндәре”ндә ҡатнашыу өсөн Өфөгә легендар шәхестәр – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-йыһангиры, генерал-полковник, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-йыһангиры, авиация генерал-майоры Виктор Горбатко, шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары, йыһангирҙар Анатолий Филипченко, Александр Иванченков, билдәле йыһангир Игорь Волк һәм башҡалар килде. Сара барышында ҡунаҡтар Юрий Гагариндың һәйкәленә сәскәләр һалды, баш ҡаланың уҡыусылары, спортсылары, билдәле ғалимдары, сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар менән осрашты. Шулай уҡ Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһының ҡала этабында еңеүселәр тәбрикләнде, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Рәсәй көсө орденының “Хәрби һауа көстәренә 100 йыл” миҙалы тапшырылды.
Быйылғы фестивалгә Мәскәүҙән Өфөгә беренсе тапҡыр Еңеү байрағы килтерелде. Рәсәй Космонавтика федерацияһы башланғысы менән байраҡты баш ҡалалағы Офицерҙар йортонан үҙәк урамдар буйлап Рус драма театрына тиклем алып килделәр.
Легендар йыһангирҙар Матбуғат йортона килеп, журналистар менән дә осрашты. Шулай уҡ осрашыуға Өфөнөң 39-сы гимназияһы уҡыусылары ла саҡырылғайны. Әлбиттә, беҙҙең кеүек бер ваҡытта ла йыһанға осмаған кешеләрҙе ауырлыҡты юғалтыу шарттарында нисек итеп йәшәү, йоҡлау, ашау мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Геройҙар әйтеүенсә, йыһанда ауырлыҡты юғалтыу кешене бик ылыҡтыра торған нәмә. Ләкин был шарттарҙа йәшәү һаулыҡты ныҡ бөтөрә. Әлбиттә, хәҙер йыһангирҙар үҙен яҡшы тойһон өсөн күнекмәләр комплексы әҙерләнгән, шуға ла улар орбитала оҙайлы ваҡыт эшләй ала. Шулай ҙа йыһанға осоу өсөн һаулығыңдың, белем кимәленең бик юғары булыуы талап ителә, сөнки иңеңә алған яуаплылыҡ шул тиклем ҙур.
Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған икенсе һорау – сит планета кешеләре бармы, әллә юҡмы? Дөрөҫөн генә әйткәндә, легендар йыһангирҙар был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алманы. “Юҡ” тип кенә әйтерҙәр ине – йыһанда нимә икәнлеге асыҡланмаған объекттарҙы күргәндәре бар. Шулай уҡ аңлашылмаған, иҫ киткес тәбиғәт күренештәренең дә уларҙы һоҡландырғаны, аптыратҡаны булғанлығын әйттеләр. Әммә шулай ҙа бер ниндәй ҙә сит планета кешеләре килеп, улар менән танышып йөрөмәгән. Ҡасандыр киң матбуғат сараларында йыһангирҙарҙың сит планета кешеләре менән ҡул биреп күрешеп, бер-береһенең караптарына инеп, ҡунаҡ булышыуҙары тураһында ла мәғлүмәт күренгән булған. Ләкин был дөрөҫ түгел, ҡайһы бер журналистарҙың йыһангирҙарҙың шаяртыуын аңламауынан ғына килеп сыҡҡан хәл. Күргән объекттарҙың бөтәһе лә сер булып ҡына ҡалған. Шулай уҡ йыһангирҙар сит планета кешеләре тураһында һөйләүҙе етәкселек тарафынан тыйыу тураһындағы имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе лә кире ҡаға. Ҡыҫҡаһы, улар сит планета кешеләре менән аралашмаған.
Журналистар Ер шарын ситтән күҙәткән кешеләрҙең Хоҙайға ышаныу-ышанмауы менән дә ҡыҙыҡһынды. Был шәхси мәсьәлә, әлбиттә. Йыһангирҙар ҙа ошоно һыҙыҡ өҫтөнә алды – Аллаға ышаныу-ышанмауҙың йыһанға осоу-осмау менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Анатолий Филипченко бер фактты ғына килтерҙе – миллиард йылдар буйы ҡояш ваҡытында сыға, ай ваҡытында ҡалҡа һәм ошо система сәғәт кеүек бер проблемаһыҙ эшләй икән, был эштәр менән идара итеүсенең барлығын аңларға кәрәк.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.