«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өфөлә – велобайрам



14.05.2013 Өфөлә – велобайрам

Башҡортостандың баш ҡалаһында автомобилдәр уғата артты, хатта шәхси үҙенең генә торлағы булмағандарҙың да машинаһы бар. Шулай ҙа бындағы халыҡтың һөйөүе “дүрт тәгәрмәсле дуҫ”ына ғына түгел ул, ә велосипедтар ҙа байтаҡ күренә.
Йола буйынса Өфөлә велофестиваль дә арыу ғына кешене йәлеп итә. Былтыр, мәҫәлән, 1300 велоһөйөүсе ҡатнашҡан. Шул иҫәптә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө мэры Ирек Ялалов та булған. Белеүегеҙсә, хәҙер ҡала тротуарҙарында велосипедсылар өсөн махсус урын бүленгән.
Быйылғы велоуҙыш ошо йәкшәмбегә билдәләнгән. 19 майҙа баш ҡаланың үҙәк урамдарына, олоһо-кесеһенә ҡарамай, барлыҡ велосипедсылар сыҡһын, ти ойоштороусылар. Сарала “Стрит BMX”, “Триал”, “downhill”, “фигуралы йөрөү”, “кросс-кантри” кеүек дисциплиналар буйынса һынау­ҙар ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға