30.10.2010 Коррупция ябай кешенән башланмай
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы комиссия ултырышында, республикала коррупция үҙ тамырҙарын ебәрмәгән бер генә иҡтисад тармағы ла, бер генә территориаль биләмә лә ҡалмаған, тип белдерҙе.
Бигерәк тә ер участкаларын бүлеү мәсьәләһендә закон боҙоуҙар күп. Был йәһәттән Өфө, Иглин, Мәләүез, Мәсетле, Благовещен, Бөрйән, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе һәм башҡа райондар айырылып тора.
Федераль ҡаҙналыҡтың республика буйынса идаралығында, «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһында, «Ростехнадзор»ҙың Урал алды идаралығында һәм башҡа ведомстволарҙа эш урындарын үҙ маҡсатына файҙаланғандар.
Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән, коррупцияға ҡаршы комиссия составы ҡайтанан ҡаралып, хәҙер унда йәмәғәт һәм бизнес вәкилдәре индереләсәк. «Коррупция ауыл советы рәйесенән йәки уҡытыусынан башланмай, ул бөтөнләй икенсе кимәлдә юл ярған, һәм чиновниктар үҙҙәре лә уны еңә алмаясаҡ. Уға ҡаршы көрәштә йәмәғәт ойошмаларына, партияларға һәм бизнесҡа таянасаҡмын», – тип белдерҙе ул кәңәшмәлә.
Ауыл хужалығы
2010 йылда етди закон боҙоуҙар асыҡланғандан һуң, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығы етәксеһе Хәлил Борханов вазифаһынан бушатылды. Әммә исеменә тап төшкән начальник дәүләт хеҙмәтендә эшләүен дауам иткән, тик был юлы «Башҡорт фәнни-производство лабораторияһы» дәүләт учреждениеһы етәксеһе сифатында.
Төҙөлөш
Төҙөлөш өлкәһендә закон боҙоуҙар бихисап. Конкурстарҙа ҡайһы бер бизнес-структура мәнфәғәттәрен яҡлау һәм башҡалар. Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, Төҙөлөш министрлығының элекке етәксеһе күпселек контрактты 3-сө төҙөлөш тресы менән төҙөгән. Төҙөлөш министры 2008 йылдың авгусында министр итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем был трест менән етәкселек иткән булған. Һөҙөмтәлә төҙөлөш компанияһы шул тиклем күп килешеүҙе үтәй алмаған, ә ҡалған ойошмалар эшһеҙ ҡалыуҙан зыян күргән.
– Был мәсьәлә буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарында материалдар етерлектер, тип уйлайым. Оҙаҡҡа һуҙмай, судҡа тапшырырға кәрәк. Беҙҙә тейелгеһеҙ кешеләр юҡ, – тип ҡәтғи белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Ул, яңыраҡ төҙөлгән, Затонды урап үтеүсе юлды миҫал итеп килтереп, юл төҙөлөшө мәсьәләһен дә тикшерергә ҡушты.
– Был юлдың башы ла, аҙағы ла юҡ. Уның өсөн ике миллиард һум аҡса түгелгән, ә төҙөлөштө тамамлау өсөн тағы ла шул тиклем үк сығым талап ителә. Юл хәрәкәте мәсьәләһен бер нисек тә хәл итмәгән юлды төҙөргә кем ҡушҡан?
Төбәк башлығының бөтә һорауҙарына ла тейешле органдар яуап табасаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау
Республиканың контроль-иҫәп палатаһы «Красноусол» шифаханаһының, Дүртөйлө ҡалаһындағы үҙәк район дауаханаһының һәм «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының эшендә лә күп кенә закон боҙоуҙы асыҡланы. Атап әйткәндә, фармакология препараттары етештереүсе республика предприятиеһы яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан дарыуҙар менән сауҙа иткән. Улар, башлыса, «льготалы» рецептар буйынса халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламына һатылған. Тикшереү материалдары буйынса, дарыуханалар хеҙмәткәрҙәренә был препараттарҙы ҡабул итеү тыйылды. Президент был дарыуҙарҙы поставкалаусылар исемлеген төҙөүҙе һәм уларҙы намыҫһыҙ поставкалаусыларҙың федераль реестрына индереү мәсьәләһен ҡуйыуҙы талап итте.
Транспорт
Тикшереүҙәр 2005 йылда «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан коммерция фирмаһына 35 миллион һумлыҡ 83 автобус һатылыуын асыҡланы. Ошо уҡ көндө дәүләт предприятиеһы ла шул уҡ фирманың шундай уҡ автобустарын 47 миллион һумға һатып алған. Фирма 12 миллион һумлыҡ айырма иҫәбенә Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһынан алған кредитының күпмелер өлөшөн түләгән.
Ревизорҙар бының йәшерен кредит булыуына инана. Был схемаларҙы ҡулланыу арҡаһында предприятие 70 миллион һумлыҡ зыян күрә.
Йәмәғәт советы коррупционерҙарҙы асыҡлаясаҡ
Рөстәм Хәмитов Йәмәғәт советын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуясаҡ. Дәүләт структураһына бойондороҡһоҙ яңы орган чиновниктар араһындағы коррупцияны асыҡлау менән шөғөлләнәсәк.
– Миңә беҙҙең функционерҙарҙың һәр шикле эше тураһындағы мәғлүмәт биреүсе совет кәрәк, – тине Президент. – Ул һатылмаҫлыҡ, аҡыллы уҫал булырға һәм коррупцияға ҡаршы әүҙем эш алып барырға тейеш.
Совет етәксеһе итеп оҙаҡ йылдар Контроль-иҫәп палатаһын етәкләгән Петр Бобылев тәғәйенләнде.
Президент, төҙөлөш өлкәһендә коррупцияның сәскә атыуына айырым баҫым яһап, ҡайһы бер кешеләргә тейешле документтарһыҙ һәм сираттан тыш тиҫтәләгән фатирҙар бирелеүе мәсьәләһен күтәрҙе.
– Республика Хөкүмәте, дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙенең ҡарамағында булмаған фатирҙарҙы кешеләргә таратҡан, – тине төбәк башлығы. – Зыян Торлаҡ төҙөлөшө фонды иңенә ятҡан, һөҙөмтәлә һуңғыһы, ябай халыҡ алған торлаҡҡа хаҡтарҙы күтәреп, үҙ сығымдарын ҡаплаған. Шулай булғас, республикала күсемһеҙ милектең хаҡы юғары булыуына аптырарға кәрәкмәй.
Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары чиновниктарҙың был эшенә үҙ баһаһын бирәсәк.
Ике аҙна эсендә БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов дәүләт хеҙмәткәрҙәренә фатир биреү тәртибе тураһында норматив акт әҙерләйәсәк.
«Башинформ», интернет мәғлүмәттәре буйынса Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.