«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уҡыйбыҙ ҙа, файҙаһын да күрәбеҙ



14.05.2013 Уҡыйбыҙ ҙа, файҙаһын да күрәбеҙ

Беҙ, оло йәштәге кешеләр, «Йәшлек»те уҡығас, йәшәреп киткәндәй булабыҙ. Ысынлап та, гәзит килеү менән тормош иптәшем ала һала ла, уҡый башлай. Мә, һин сканвордыңды сисә тор, тип, миңә аҙаҡҡы битен бирә лә ҡуя. Шулай итеп, йәштәр баҫмаһын ғаилә менән ярышып уҡыйбыҙ.
Ундағы шиғырҙар, хикәйәләрҙе яратабыҙ. Шулай уҡ файҙалы кәңәштәрегеҙ, ай һайын башҡарыла торған баҡса эштәре тураһындағы материалдарҙы ҡырҡып алып һаҡлайбыҙ. Бер ваҡыт Дамир Шәрәфетдиновтың беҙҙең республикала үҫкән дарыу үләндәре һәм ашарға яраҡлы үҫемлектәр тураһындағы мәҡәләләре сыҡҡайны. Ниңәлер хәҙер шуларҙы бирмәйһегеҙ.
Быйыл – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы. Беҙҙе ауыл ерендә сүп түгә торған урындар булмауы борсой. Йылға-күл буйҙары пластик, быяла шешәләр менән тулып ята. Элек быяла шешәләрҙе магазиндар ҡабул итә торғайны, хәҙер онотолдо.

Хәлил ҒҮМӘРОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Үрге Төкөн ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға