«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ҠУЛДАН КИЛГӘНСӘ ЯРҘАМ ИТЕРБЕҘ…



14.05.2013 ҠУЛДАН КИЛГӘНСӘ ЯРҘАМ ИТЕРБЕҘ…

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Йәшлек”тең дежур телефоны һеҙҙең өсөн бөгөн дә эшләй, йәғни эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтырата алаһығыҙ. Шуныһы бар – зинһар, беҙгә һөйләйәсәк хәбәрегеҙҙе “бер епкә” теҙегеҙ әле. Йә булмаһа, алдан яҙып, шуны уҡығыҙ. Юҡһа эш-хәлде төшөндөрә алмағандар бар, иң мөһименә килеп еткәндә телефонда аҡсаһы бөтөп, бәйләнеш өҙөлгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ә былай, дөйөм алғанда, беҙ һеҙҙе тыңларға әҙер. Һорауҙарығыҙға яуаптар оҙаҡ булмаһа ла ғәжәп түгел – был һеҙ һәм беҙ мөрәжәғәт иткән органдарҙан йә ведомстволарҙан яуап килеүгә бәйле.
Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылынан Ғиззәт Хисмәтул­лин шылтыратҡайны. Ағай ағын йылғала электр энергияһы алыу ысулын уйлап табыуы хаҡында хәбәр итә. Нисек патент алырға икән, ти ул. Белгестәр килеп, агрегаттың төҙөлөшөн ҡарап китһә ине, тигән теләген дә еткер­ҙе.
Ауыл мәсетендә имам-хатип булып торған 76 йәшлек уҙамандың тап ошо изге йортҡа ярҙам ниәтенән оҙаҡ уйланған асышы киләсәктә башҡаларға ла файҙа килтерһен. Ә патент мәсьәләһенә туҡталғанда, уйлап табыусылар Өфөләге “Баштехинформ” дәүләт учреждениеһының (адресы – Киров урамы, 15-се йорт) ”Патент-консультация үҙәге”нә 8(347)273-82-74 телефоны бу­йынса шылтырата ала. Патент юллау өсөн тәүҙә заявка биреү талап ителә. Унда асыштың йөкмәткеһе, формулаһы, ғөмүмән, ни­мәнән ғибәрәт булыуы хаҡында ентекле яҙырға кәрәк. Урында яҙманы оҙаҡ ҡына тикшерәләр, анализдар, экспертиза яһайҙар.

Әбйәлил районының Иш­ҡол ауылынан шылтыратыусы Зөлхизә Әғзә­мова ата-әсәнең береһен юғалтыу сәбәпле (по потере кормильца) бәлиғ булмаған балаға түләнгән пособие хаҡында һорашҡайны.
Был түләү быйыл февралдә һәм апрелдә артҡан. Һуңғыһы – 3,3 процент күләмендә. Апрелдә пособиены элекке күләмдә алған осраҡта киләһе айҙа мотлаҡ ҡайтанан иҫәпләнеп түләнергә тейеш. Кире осраҡта быны талап итергә кәрәк.

Дәүләкән районының Мерәҫ ауылында йәшәүсе Зөлфиә Хәбибул­ли­наны газ өсөн түләү шарттары ҡыҙыҡһындыра. Хәбәр итеүенсә, уларҙың газ счетчигы тышта урынлаштырыл­ған һәм ғаилә температура коэффициенты өсөн дә түләй.
Белеүегеҙсә, хаҡтар һәр ярты йыл тиерлек алмашынып, раҫланып тора. Тышта торған һәм температура компенсацияһы системаһы булмаған иҫәп аппараттары өсөн дә тигеҙлектә, ҡалҡыу­лыҡ һәм таулы төбәктәрҙә төрлөсә коэффициент билдәләнгән. Уртаса алғанда, беренсе ярты йыллыҡта был 0,95-тән алып 1,15-кә тиң.

Бөрйән районынан Рәйлә Әхтәмова инвалид бала тәрбиәләүселәргә ер участкаһы биреү мәсьәләһе буйынса һорауын еткерҙе.
Иң башта шуны әйтәбеҙ – ер мохтаждарға бирелә. Баш­ҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 8 ноябрендәге 393-сө ҡарарына ярашлы, торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер алыу­ға хоҡуҡлы граждандар тейешле документтар йыйғанда милкендә ер участкаһы булмау тураһында справка ла тап­шырыр­ға тейеш.

Шылтыратыуҙарҙы
А. ИШЕМҒОЛОВА ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға