«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ике майшәм хаҡында



14.05.2013 Ике майшәм хаҡында

«Мин һине бик ныҡ йәлләйем, – ти янмаған майшәм эргәһендә балҡып янып торған әхирәтенә. – Һинең ғүмерең ҡыҫҡа. Һәр ваҡыт янып тораһың, тиҙҙән булмаясаҡһың. Ә мин һинән күпкә бәхетлерәк. Сөнки янмайым һәм шуның өсөн иремәйем, былай ғына ятып, рәхәтләнеп оҙон ғүмер кисерәсәкмен. Һинең сәғәттәрең иҫәпле».
«Ә мин быға бер генә лә үкенмәйем. Тормошом иҫ киткес матур һәм балҡып тора. Янам һәм балауыҙым ирей, әммә утымдан бик күп башҡа майшәм тоҡанып китә һәм бынан бер ерем дә кәмемәй, майым иреп бөтөүгә күңелем шатлыҡҡа күмелә. Минең утым, ғаләм киңлегендәге башҡа майшәмдәр менән берләшеп, киренән балҡып китә. Ҡараңғылыҡты ҡыуып, балаларҙы һөйөндөрәм, ауырыуҙың түшәгенә сәләмәтлек өрәм. Ни өсөн тигәндә, сир тере утты күрә алмай. Таңдан тороп, доғаларын уҡырға ултырған ҡарттарҙың алдарын балҡып яҡтыртам. Шулай булғас, ҡыҫҡа ғүмерем иҫ киткес түгелме ни?! Ә бына һине биҡ ныҡ йәлләйем, минең яндырылмаған әхирәткәйем. Һин үҙеңә тәғәйенләнгәнде үтәмәнең, һәм ҡайҙа ут-күңелең? Эйе, бик оҙаҡ йылдар һаҡланып ятыр­һың, тик һинең кемгә кәрәгең бар, бынан ниндәй ҡыуаныс, һинән ни файҙа?
Йоҡлап ятҡансы, яныуың хәйерлерәк, сөнки яныу – ғүмер, ә йоҡлау – үлемгә тиң. Мине, тиҙҙән иреп бөтәсәкһең, тип йәлләйһеңме? Әммә үҙең бит бөтөнләй янып та ҡарамайынса үләсәкһең. Ә ғүмер һине урап үтәсәк», – тигән балҡып торған майшәм.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға