«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Пенсия йәше арттырылмаясаҡ



07.05.2013 Пенсия йәше арттырылмаясаҡ

РФ Хөкүмәте “Пенсия системаһының 2030 йылға тиклем үҫеше” стратегияһын раҫланы. “Был тема хаҡында бик оҙаҡ һөйләштек һәм Рәсәйҙә пенсия йәшен арттырмаҫҡа ҡарар иттек”, – тине РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһының 2012 йылғы эшенә арналған ултырышта. Шул уҡ ваҡытта ул пенсия йәшенә етеүселәргә артабан эшләү өсөн отошло шарттар тыуҙырырға кәрәклеген билдәләне.
Ағымдағы йылдың 20 мартында яңы пенсия формулаһы концепцияһы тәҡдим ителгәйне. Ул 2015 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Шул мәлдән хеҙмәт пенсияһы яңыса иҫәпләнәсәк. Пенсия үҙ эсенә өс компонентты аласаҡ: төп өлөш, страховкалау һәм тупланма. РФ Пенсия фондына индерелгән страховкалау иғәнәһе шул кимәлдә ҡала – 22 процент һәм ҡуйылған юғары лимиттан ашһа, сумманан 10 процент.
Яңы формула менән страховкалау иғәнәһенең минималь күләме индерелә, ул бер йылға иҫәпләнгән ике минималь хеҙмәт өсөн түләүҙең (МРОТ) 22 процентынан һанала. Тағы ла бер яңылыҡ: хеҙмәт пенсияһына эйә булыу өсөн кәмендә ун биш йыл эш стажы кәрәк.
Пенсия йәшен арттырмау яңылығын төрлөсә ҡабул итеүселәр бар. Мәҫәлән, Рәсәй Социаль анализ һәм прогнозлау институтының директор урынбаҫары Юрий Горлин, РФ Пенсия фондының дефицит проблемаһын пенсия йәшен арттырмайынса хәл итеп булмаясаҡ, тип белдергәйне. Асыҡланыуынса, пенсия иҫәпләүҙең яңы формулаһын булдырыусыларға пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһен ҡарамау шарты ҡуйылған.
Элекке финанс министры Алексей Кудрин да пенсия йәшен арттырыу яғында. “Программаға ошо пунктты индермәү – ҙур етешһеҙлек. Бындай сараның илдәге уртаса ғүмер оҙонлоғона бәйләнмәүе лә мөмкин”, – ти ул. Миҫал итеп ул Германия һәм Бөйөк Британияны килтерә. Был илдәрҙә пенсия йәше уртаса ғүмер оҙонлоғонан күпкә юғары.

Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға