«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡулдан ҡулға киткән “Шоңҡар”ға кәштә кәрәкмәй



07.05.2013 Ҡулдан ҡулға киткән “Шоңҡар”ға кәштә кәрәкмәй

Ҡулдан ҡулға киткән “Шоңҡар”ға кәштә кәрәкмәйЭйе, берәүҙәр “Шоңҡар”ҙың киләһе һанын сканворды өсөн түҙем­һеҙләнеп көтөп алһа, икенселәрҙе, һәр ваҡыттағыса, йәшәйештең төрлө өлкәһенә ҡағылышлы үткер, ҡыйыу мәҡәләләре ылыҡтыра. “Шоңҡар” журналының дүртенсе, апрель һаны ла заманса фекерләгән, талапсан уҡыусыларын йәнә ҡыуандырмаҡсы, бер аҙ булһа ла уйландырмаҡсы. Бер нисәүһе тураһында ҡыҫҡаса:

“Мөхәббәт – ул наҙлы заттан – һаҡлау кәрәк яманаттан…”

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең иғтибар­ға мөхәббәт тарихтарын сағылдырасаҡ өр-яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Ошо һанда бөйөк шәхес, оло талант эйәһе Арыҫлан Мөбәрәков һәм уның хәләле – актриса, шағирә Рәғиҙә Янбулатованың һөйөүе тарихы менән танышырһығыҙ. Шулай ҙа билдәле кешеләрҙең яҙмыштары менән генә сикләнмәҫкә ине. Үҙҙәренең, туғандарының, дуҫтарының һоҡландыр­ғыс мөхәббәт тарихы хаҡында һөйләргә теләүселәр беҙгә хаттар яҙа ала…

“ANDROID быуын яҙмышы”

Яҙ. Тиҙҙән мәктәптәрҙә берҙәм дәүләт имтихандары үтер һәм тағы бер быуын балалар “Ҡайҙа барыр­ға?”, “Кем булырға?” тигән һорауҙар алдында баҙап ҡалыр. “ANDROID быуын яҙмышы” исемле мәҡәләлә техник йүнәлеште ҡайырыусы иң билдәле башҡорт мәктәбе – Республика башҡорт лицей-интернатының директоры Фәнил Жәмил улы Нуриевтың фекерҙәре ҡыҙыҡ.

“Телдең һөйәге юҡ, әммә ул һөйәктәр һындыра”

“Ҡылт” итеп әсәйемдең бала сағымда: “Тамағыңа бысаҡ кергере!” – тип әрләүе иҫемә төштө. Биш йәшкә ҡәҙәр гел шыңшып, илап йөрөгәнгәме, асыулы сағында шул һүҙҙәрҙе телгә ала торғайны. Бына йылдар үткәс, улар ҡабул була яҙҙы. Әсәйем ысынлап та шуны теләп әйтмәгән, әлбиттә, әммә...”
Күптәрҙең яратҡан авторына әүерелгән Айзирәк дүртенсе һанда ла мөһим проблемаға иғтибар иткән. “Телдең һөйәге юҡ, әммә ул һөйәктәр һындыра” мәҡәләһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Ололарға асыҡ хат

Йәштәр менән ата-әсәләр, ололар араһында тыуған аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөгөн йыш күҙәтәбеҙ. Кемдер нимәнелер дөрөҫ эшләмәгән, аңламаған, тыңламаған, кәрәк саҡта ауыҙын япмаған – бәхәс өсөн күп кәрәкмәй – һөҙөмтәлә ике аралағы бәйләнеш ептәре ҡаҡшай. Аҡыллыраҡ ололар йәштәр менән уртаҡ тел табырға тырыша. Ләкин улары ла күп осраҡта нотоҡ уҡыуға ҡайтып ҡала. “Беҙҙең ваҡытта былай түгел, тегеләй ине”, имеш. Ғәфү, белмәнем, ниңә икән?.. Бәлки, мин УНДА булмағанғалыр, беҙ БӨГӨН йәшәгәнгәлер...
“Шоңҡар” журналының дүртенсе һанында атай-әсәйҙәргә генә түгел, оло йәштәге барлыҡ кешеләргә лә йәштәр исеменән яҙылған асыҡ хат баҫылды.

Рәйлә Сабитованың “Яҙмыш бүләге”, Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәно­ва­ның “Ике метр ер”, Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Күрше ҡатын” һәм “Теге донъяға барып ҡайтыу” исемле мауыҡтырғыс хикәйәләрен, “Шоңҡар”ҙың дүртенсе һанын алғас, ҡулдан ҡулға йөрөтөп кинәнеп уҡыр­һығыҙ.
Ғөмүмән, “Шоңҡар” журналын бер уҡый башлаһаң, туҡтап булмай! Шуға күрә киләһе ярты йыллыҡта ла алдырып уҡырһығыҙ, бергә булырбыҙ, тигән ышаныстабыҙ.

Илшат ЗАРИПОВ,
“Шоңҡар” журналының
баш мөхәррир урынбаҫары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға