«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Төп ҡапҡа”ның юбилейы шәп үтте!



30.04.2013 “Төп ҡапҡа”ның юбилейы шәп үтте!

“Төп ҡапҡа”ның юбилейы шәп үтте!Баш ҡаланың Йәштәр һарайында Совет районының 75 йыллығына арналған байрам тантанаһы үтте. Баш ҡалабыҙҙың ысын мәғәнәһендә алтын фонды тип һаналған иң оло райондарҙың береһе булып танылған “юбиляр” ҡунаҡтарҙы сәнә­ғәт, төҙөлөш, транспорт, ғилем, мә­ҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һәм нәшриәт хеҙмәт коллективтарының күргәҙмәләре менән ҡаршы алды.
Сараға БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде.
Рәүеф Ноғоманов БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерҙе:
“Төп ҡапҡа”ның юбилейы шәп үтте!– Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе Өфөнөң Совет районының 75 йыллығы менән бар йөрәктән ҡотлайым! Был район бай тарихҡа эйә, уның быуындан-быуынға үрелеп килгән данлы үткәне менән бөгөн лайыҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Совет районын элек-электән баш ҡалабыҙҙың төп ҡапҡаһы тип әйтеү ғәҙәткә һеңгән. Ҡасандыр Өфөлә тимер юлдары оҫтаханалары асылыуы, йылға транспортының үҫешеүе иҡтисади үҫешкә килтерҙе. Егерменсе быуаттың тәүге яртыһында Өфө ҡалаһының сәнәғәт комплексы, торлаҡ төҙөлөшө өсөн район төп майҙансыҡ булып торҙо. Бөгөн дә район – ҡаланың иң эре сәнәғәт, ғилми һәм социаль-мәҙәни үҙәктәренең береһе. Бында 40-тан ашыу авиация, геофизика, электроника продукцияһы, производство һәм махсус йүнәлештәге автоматлаштырыу ысулдарын етештереү ойошмаһы бар. Шулай уҡ республиканың полиграфия-нәшриәт үҙәге лә – Совет райо­нында.
Райондың эшлекле, мәҙәни һәм спорт эшмәкәрлеге юғары. Өфө­ләргә ял һәм күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү урындары ҡарал­ған. Бында Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм башҡа уҡыу йорттары селтәре урынлашҡан. Һуңғы йылдар­ҙа бик күп уҡыу, һаулыҡ һаҡлау һәм спорт учреждениеһы төҙөлдө, реконструкцияланды. Заманса биҫтәләр, аллеялар, скверҙар барлыҡҡа килде. Был изге традицияларҙың киләсәк быуын тарафынан дауам ителеренә шигем юҡ. Һеҙгә һаулыҡ, именлек, район, ҡала һәм республика мәнфәғәтенә артабан да уңышлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем.
Рәүеф Сәмиғулла улы үҙенең исеменән былай тип өҫтәне: “Мин Совет районына оло рәхмәтлемен. Бында тыуҙым, белем алдым, эшләнем. Был йылдар мине, “Төп ҡапҡа”ның юбилейы шәп үтте!Өфө кешеһен, тәрбиәләне, етәксе булараҡ үҫтерҙе. Совет районы, предприятиелары, халҡы яҙмышына бер ҡасан да битараф түгелмен”. Артабан Премьер-министр­ҙың беренсе урынбаҫары райондың хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырҙы.
Өфө мэры Ирек Ялалов әйтеүенсә, Совет районы етәкселәре халыҡтың уңайлы шарттарҙа йәшәүе өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Инженер инфраструктураларын яңыртыу программаһы үтәлә, юлдар ремонтлана, сквер­ҙар төҙөкләндерелә. Быйыл иха­таларҙы, шәхси торлаҡ секторын төҙөкләндереү программаһына ныҡ­лы иғтибар бүленәсәк, балалар өсөн яңы уйын майҙансыҡтары, скверҙар­ға нигеҙ һалынасаҡ. “Таҙа ҡалала йәшәүе күңелле, һәр хужабикә өйөн ипкә килтергәндә саң һурғыс ҡуллана. Һеҙҙә һәр саҡ таҙалыҡ булһын өсөн саң һурғыстың ҙурын бүләк итәбеҙ”, – тине Ирек Ишмөхәмәт улы һәм Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтейәровҡа “КамАЗ” вакуум юл таҙартыу машинаһы асҡысын тапшырҙы.
Байрам концертын ҡала һәм республика артистары, Өфөнөң ете районының ижади коллективтары дауам итте.

Һандар һәм факттар
v Совет районы 1938 йылдың 25 мартында Молотов исеме аҫтында ойошторола. 1957 йылда Совет районы тип үҙгәртелә. Бөгөн ул Октябрь, Киров, Ленин райондары менән сиктәш һәм баш ҡаланың мөһим үҙәктәренең береһе. Райондың дөйөм майҙаны 16,2 кв. км, ул ҡалала халыҡтың иң тығыҙ урынлашҡан ере тип иҫәпләнә – 1 кв. километрға 11 мең кеше тура килә.
v 1900 йылдың башында район биләмәһендә 15 кеше иҫәп­лән­һә, бөгөн – 173 меңдән ашыу, барлығы 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй.
v Район тимер, йылға һәм автомобиль магистралдәре киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Төп транспорт артериялары – Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттары.
v “Өфө” тимер юл вокзалы, “Өфө-Арена” спорт комплексы, Якутов исемендәге парк, ҡалалағы иң бейек бина – “Уралсиб” банкы һәм башҡа мөһим объекттар урынлашҡан. 40 эре һәм урта сәнәғәт предприятиеһы, 12500 бәләкәй эшҡыуарлыҡ нөктәһе бар. “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһы, УЗЭМИК, “Магнетрон” Өфө микроэлектроника заводы, Өфө тепловоз ремонтлау заводы, “Геофизика” ғилми-производство фирмаһы”, “Нефтеавтоматика”, “СНЭМА-сервис”, “Геоспейс Техно­лоджис Евразия” һәм башҡа эре ойошмалар республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә киң танылыу яулаған.
v Республиканың төп полиграфия базаһы ла Совет районында: Өфө полиграфкомбинаты, “Башҡортостан”, “Китап”, “Белая река” нәшриәттәре һәм федераль, республика, ҡала ваҡытлы баҫмалары редакциялары.
v “Семья” сауҙа-күңел асыу комплексы, “Тойота”, “Фольк­сваген” автоүҙәктәре, “Спортмастер”, “Супер Строй” гипермаркеттары, “Перекресток” супермаркеты, “Чайка”, “Комсо­мольский”, “Купец”, “Енисей”, “Менделеевский” сауҙа-сервис комплекстары һәм башҡа эре сауҙа нөктәләре нәҡ әлеге районда урынлашҡан. Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән 279 предприятие, 30 эконом-класс магазины бар.
v Ил күләмендәге мөһим ваҡиғалар урыны ла ул Совет райо­ны. Йәштәр хоккей командаларының донъя чемпионаты, VI Ҡыш­ҡы халыҡ-ара балалар уйындары кеүек сараларҙы оло яуаплылыҡ менән уҙғарҙы район. 2015 йылда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтарын ҡаршы алыуға ҙур әҙерлек бара.
Саммиттарға ҡарата Совет районы биләмәһендә Рево­лю­цион (“Уралсиб” банкы), Менделеев (“Башҡортостан” күргәҙмәләр комплексы), Октябрҙең 50 йыллығы (“Өфө уттары” күңел асыу комплексы) урамдарында һәм Краснодон урамындағы “Өфө-Арена” эргәһендә ҡунаҡханалар төҙөләсәк.
v Торлаҡ, социаль-мәҙәни һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү киң ҡолас алған. Халыҡты иҫке торлаҡтан яңыһына күсереү буйынса әүҙем эш алып барыла. “Айгөл” микрорайоны, элекке Республика психиатрия дауаханаһы биләмәһе төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Якутов паркы янындағы Пермь йырыны төҙөкләндерелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә районда дүрт ҡунаҡхана төҙөләсәк. Былтыр күп ҡатлы һигеҙ йорт файҙаланыуға тапшырылған, дөйөм майҙаны – 44,3 мең кв. метр. Еңеүҙең 50 йыллығы скверында бассейнға нигеҙ һалынған.
v Районда 35 меңдән ашыу бала һәм үҫмер уҡыған 25 мәктәп, 47 балалар баҡсаһы, 5 өҫтәмә белем биреү үҙәге эшләй. Тағы ике музыка һәм бер сәнғәт мәктәбе бар. УЗЭМИК һәм Йәштәр мәҙәниәт һарайҙарында йәш быуын өсөн төрлө түңәрәктәр ҡаралған.
v 1998 йылдан алып “Әсәлек даны” миҙалына биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе 30 әсә лайыҡ булған.
v 100 йәштән уҙған ҡарттарҙың һаны – 14.
v 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һөҙөмтәһе бу­йынса, Совет районы халҡының уртаса йәше – 38,5.
v Былтыр 232 никах теркәлгән, айырылышыуҙар һаны 5,2 процентҡа кәмегән.
v 2012 йылда 2067 бала тыуған, был күрһәткес, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 3,8 процентҡа күберәк.
v Оло йәштәгеләрҙең һаны – 45 мең тирәһе, уларҙың 500-ө – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 10 Советтар Союзы Геройы, 17 Дан ордены кавалеры, 12 Социалистик Хеҙмәт Геройы – район тарихының оло ғорурлығы.
v 4-се йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһы, Республика стоматология поликлиникаһы, Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансеры һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 2 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре эшләй. Былтыр ҡала бюджетынан райондың медицина өлкәһенә – 50 миллион, шул иҫәптән заманса медицина ҡорамалдары өсөн 12 миллион һум аҡса бүленгән.
v Райондың физик культура, спорт һәм туризм комитеты йылына 200-ҙән ашыу төрлө сара ойоштора.
v Районды 2007 йылдан Салауат Бәхтейәров етәкләй.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға