«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Заманса уңыш хаҡында



30.04.2013 Заманса уңыш хаҡында

Бер ваҡыт хәбәрсе фер­мер­ҙан: «Бөтә конкурстар­ҙа ла сифаты менән ҙур уңыштар ҡаҙанған кукуруз үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша ала­һығыҙмы?» – тип һорай.
– Мин, – ти фермер, – иң уңдырышлы орлоҡтарымды күршеләремә таратам. Бөтә сер шунда.
– Ниңә уларға таратаһығыҙ? – тип аптырай хәбәрсе. – Улар бит бөтәһе лә һеҙ ҡатнашҡан конкурс­тарҙа ҡатнаша, һеҙгә дәғүәселәр.
– Беләһегеҙме, – тип йылмая фермер, – минең баҫыуҙарымдағы үҫемлектең һеркәһен ел күршеләр­ҙең баҫыуына осора һәм киреһенсә. Әгәр ҙә күршемдә минекенә ҡарағанда насар орлоҡ булһа, күп тә тормай, минең үҫемлектәр ҙә насараясаҡ. Үҙем яҡшы кукуруз сәсәм икән, тимәк, күршеләремә лә шундайҙы уҡ сәсергә ярҙамлашырға тейешмен. Ә инде баҫыу­ҙарҙы кем нисек эшкәртә, нисек тәрбиәләй – уныһы инде икенсе мәсьәлә.
Кешеләр тормошонда ла ошоға оҡшаш күренештәр осрай. Уңышҡа өлгәшергә теләһәң, яҡындарыңа ла ярҙамлашырға тейешһең. Яҡшы йәшәргә теләйһең икән, бүтәндәргә лә яҡшы йәшәһен өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, тирә-яғыңдағылар ни тиклем матур йәшәһә, һин үҙең дә бынан ниндәйҙер ләззәт алаһың. Сөнки беҙ был тормошта бөтәбеҙ ҙә бергә бәйләнгәнбеҙ, бер-беребеҙгә ныҡ кәрәкбеҙ.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға