26.04.2013 «Сихырсынан ҡотҡарышығыҙ!»
Ауырғазы районының полиция хеҙмәткәрҙәренә, ҡарап тороуға сәйер генә ярҙам һорап, бер ханым бына инде икенсе тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, апайҙың йәш саҡтағы һөйгәне “ҡара магия”нан йонсой – ныҡ сихырланған икән. Былтыр, ханым тәүге мәртәбә мөрәжәғәт иткәндән һуң, хоҡуҡ һаҡлаусылар факттарҙы тикшергән.
Мөхәббәт тарихы бынан 25 йыл элек булған. Хәҙер икеһе лә ғаиләле. Әммә былтыр ҡатын “экс”-һөйгәнен төшөндә күргән дә, ниндәйҙер бер “үтә күреүсе”гә барған. Уныһы быға ана шул йәшлектә “ҡалған” ирҙең әле ғәләмәт яман сихырсы ауына эләккәнен әйткән. Элекке мөхәббәт булһа ни, кешене барыбер ҡотҡарырға кәрәк тә баһа!
Ир Талбазыла йәшәй икән, ҡатын уны эҙләп тапҡан, ҡотҡарырға теләген белдергән. Ә ир ғаиләһендә бәхетле булыуын, бер ниндәй ҙә сихырсы йоғонтоһон тоймауын әйткән. Баяғы ханым бик ныҡыш та икән – полициянан ярҙам һораған. Йәнәһе, кешене “законһыҙ рәүештә сихыр тылсымында тоталар”. Хәҙер полиция йәнә факттар тикшереү менән мәшғүл.
Айсын АҠБУЛАТОВА.