26.04.2013 Һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡының?
Китап уҡырға яратыусыларға һайлау мөмкинлеге бар бөгөн. Китап кәштәләрендә ниндәй генә әҙәбиәт юҡ. Күренекле яҙыусыларҙан алып телевидение «йондоҙ»ҙары, артистарға, эшҡыуарҙарға тиклем үҙҙәренең иҫтәлектәрен нәшер итә, халыҡ дауалаусылары дауалау алымдары тәҡдим иткән сағыу китаптарын сығара. Интеллектуаль эштә эшләгәндәрҙең күп ваҡытын интернет алһа ла, уларҙың әҙәбиәт уҡырға ваҡыты ҡаламы, һуңғы тапҡыр кем ниндәй китап уҡыны икән?
Рәлиә ҒАФАРОВА, БДУ студенты:
– Мин Ян Мартелдең «Жизнь Пи» тигән китабын уҡыным. Был әҫәрҙе, фильм итеп төшөрөлөп, кинопрокатҡа сыҡҡас, ҡыҙыҡһынып уҡығайным, аҙаҡ киноверсияһын ҡараным. Уйланырға урын бар. Әҫәрҙе төрлө кеше төрлөсә аңлай, бер яҡтан, балалар өсөн йәнһүрәт һымағыраҡ тойолһа ла, икенсе яҡтан, автор кеше психологияһын тәрән аңлаған һәм шуны бирергә тырышҡан. Ҡыҙыҡһынғандар фильмын ғына ҡарап хушһынмаһын, китабы күпкә байыраҡ та, ҡыҙыҡлыраҡ та...
Миләүшә АБДРАФИҠОВА, уҡытыусы:
– Рәшит Солтангәрәевтың «Яғылмаған мейес» әҫәрен уҡыным. Минең турала яҙылған кеүек булды. Әҫәрҙә үҙемде танып, эй оялдым инде… Иремә йылы мөнәсәбәттә булырға тырышам хәҙер.
М. МОРАТОВА, декрет ялында ултырған әсә:
– Бала менән өйҙә ултырғас, китап уҡырға бөтөнләй ваҡытым ҡалмай. Һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡығанымды иҫләмәйем дә…
Гөлсәсәк ӘБДЕЛМӘНОВА, БДПУ хеҙмәткәре:
– Әле Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романын уҡыйым. Иҫ китмәле әҫәр, композицияһы, сюжеты бик ҡыҙыҡлы. Хәҙерге заман уҡыусыһын ылыҡтырырлыҡ итеп, бик көслө яҙылған.
Ләйсән ШӘҮӘЛИЕВА, реклама агентлығы етәксеһе:
– Мин ике ай элек Валентин Пикулдең «Каторга «Богатство» китабын яратып уҡып сыҡтым. Әҫәрҙә һүҙ рус-япон һуғышы, Курил утрауҙарын яулап алыу тураһында бара. Бик мауыҡтырғыс тарихи әҫәр.
Вәлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, тәрбиәсе:
– Һуңғы ваҡытта эзотерик әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып киттем. Валерий Синельниковтың «Сила намерения» тигән китабы оҡшаны. Әҫәр тылсымлы уй-ниәттәр тураһында. Беҙ бөтәбеҙ ҙә – мөғжизә, тик шуны үҙебеҙ генә белмәйбеҙ, донъябыҙҙы эске аңыбыҙ менән үҙебеҙ төрлө яҡҡа үҙгәртә, ҡыҙыҡлы итә алабыҙ, тигән фекерҙе үткәрә автор. Уҡырға тәҡдим итәм.
Римма ӘБСӘЛӘМОВА, банк хеҙмәткәре:
– Эрнст Мулдашевтың бөтә китаптарын да табып уҡып сыҡтым. Күренекле офтальмолог мауыҡтырғыс экспедициялары тураһында яҙа, мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй, уҡыусыға тормош мәғәнәһенең асылын аңлатырға тырыша. Кеше бәхете, тормоштағы уңышһыҙлыҡтарҙың килеп сығыуы, күңел бөтөнлөгө хаҡында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре күңелемә оҡшаны.
Әле Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тарихы тураһында китап уҡырға ниәтләйәм.
З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.