«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыя!



26.04.2013 Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыя!

Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыя!йәки Буласаҡ йәш ғалимдар Розалия һәм Финат Ғилметдиновтар, һөйөү хаҡына барыһына ла әҙер булырға кәрәк, ти
Бер көн интернетта “Ғаилә усағы” тигән башҡортса төркөмгә юлыҡтым. “Ир менән ҡатын бер-береһен әүлиә урынына күрһә генә тормош уңа, ғаилә ныҡлы була” тигән һүҙҙәр девиз итеп яҙылғайны унда. Ғаилә тормошон үҙе бер ожмах итеп һүрәтләгән төркөмдө ойоштороусы, БДПУ аспиранты Финат Ғилметдинов менән танышырға маҡсат ҡуйҙым. Тик Финатҡа ҡарағанда кәләше күпкә һүҙсәнерәк булып сыҡты. һорауҙарға күберәген Розалия яуап ҡайтарҙы, ә Финат, йылмайып, тыныс ҡына беҙҙе тыңлап ул­тыр­ҙы. Әйткәндәй, Розалия ла фән юлын һайлаған – Рәсәй Фәндәр академияһы аспирантураһында белем ала.
Розалия һәм Финат Ғилметдиновтар, ҡалала тыуып үҫеүҙәренә ҡарамаҫтан, туған телдә һинән-минән яҡшыраҡ һөйләшә. Егет – Өфөнән, ә Розалия – Мәләүездән. Икеһе­нең дә ғаиләһендә үҙ-ара аралашыу тик башҡортса ғына булғанлыҡтан, улар биш айлыҡ Эмилде лә туған тел мөхитендә тәрбиәләй.
Тормошта юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәүсе бәхетле йәш парҙың рухи матурлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Заманса алдынғы ҡарашлы, һәр яҡлап та белемле, матурлыҡҡа ғашиҡ, донъя көтөүгә тырыш, күркәм холоҡло Ғилметдиновтарҙың улдары Эмилде, ата-әсәһен, туғандарын, дуҫ-иштәрен өҙөлөп яратыуы бар нәмәлә күренә.
– Ҡарап тороуға бигерәк йәшһегеҙ, иртә өйләнешергә нисек йөрьәт иттегеҙ?
Розалия: Беҙ беренсе курстан уҡ танышбыҙ, икебеҙ ҙә БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында белем алдыҡ. Финат артымдан ике йыл ярым йөрөнө. Хәҙер әйтеүенсә, миңә ул беренсе тапҡыр күреүҙә үк ғашиҡ булған. Рэп менән мауыҡҡан, киң салбар кейеп йөрөгән егеттәрҙе енем һөймәне, шуға ла Финатҡа иғтибар итмәнем. Шиғырҙар, йырҙар ижад иткән был егет бик ныҡыш булып сыҡты, йыш киноға, кафеға саҡырҙы. Тик үҙе бигерәк оялсан, туҡталышта ҡаршы ала һәм, һаулыҡ һорашыуҙан башҡа ауыҙынан бер һүҙ сығыр тимә. Яңғыҙым күп һөйләп арыйым, һүңынан бөтөнләй шымып ҡалабыҙ. Ҡыҫҡаһы, Финат менән миңә һис тә ҡыҙыҡ түгел ине, бүтән килмә, тиһәм дә, һиңә тағы киләм, тип ҡайтып китә һәм үҙ һүҙендә тора. Ул бигерәк романтик, ә мин бар нәмәгә реаль ҡарайым. Етмәһә, ауыл егетенә кейәүгә сығырға тигән маҡсат ҡуйғанмын. Йәнәһе, ауылдыҡылар эшһөйәр, тырыш була. Үҙемде бер нисек тә ярап булмаҫлыҡ көйәҙбикә итеп тотһам да, Финатҡа ниндәй генә һынауҙар уйлап тапһам да, ул ныҡ торҙо, мине яулап алыу өсөн барыһын да эшләне. Кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, тағы бер йыл буйы уйлап йөрөнөм, ә ул тыныс ҡына көттө, көн дә осрашыуға саҡырҙы, яйлап ҡына миңә асыла башланы. Дуҫ ҡыҙҙарым әйтеүенсә, мин, үткер, уттай ҡыҙыу кеше, баҫалҡылыҡҡа өйрәндем, ә егетем, киреһенсә, ҡыйыуланды. Тора-бара Финатҡа өйрәндем, ярата башланым. Дүртенсе күрста никахыбыҙ булды. Йәш көйөнсә кейәүгә сыҡҡаныма һис тә үкенмәйем, иң мөһиме, Финатһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем, быға тиклем нисек унһыҙ йәшәгәнмен икән, тип аптырайым.
Финат: Ул саҡта миңә егерме йәш ине, иртә өйләнеүемдең сәбәбе – Розалия кеүек һылыу, уңған, булдыҡлы ҡыҙҙы юғалтып ҡуйыуҙан ҡурҡтым. Тәү күреүҙән үк, был гүзәлкәй минең киләсәк яҙмышым буласаҡ, тигән ныҡлы ҡарарға килгәйнем. Атай-әсәй менән бергә торғанлыҡтан, фатир мәсьә­ләһе әллә ни ҡурҡытманы. Улар улыбыҙҙы ҡарашырға ла бик ныҡ ярҙам итә, әлбиттә, ҙур рәхмәт үҙҙәренә. Ғөмүмән, яратаһың икән, һөйөүеңде иҫбатларға, уның хаҡына барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Розалияның ниндәйҙер яҡшы сифатын айырып ҡына әйтә лә алмайым, минең өсөн ул бар яҡтан да килгән. Дуҫлашып йөрөгән ваҡыттағы кеүек төрлө ҡатмарлы хәлгә ҡуймай хәҙер, аҡылланды. Мәҫәлән, аҡса юҡлығын белә тороп, оҡшатҡан күлдәген һатып алыуҙы талап итмәй (көлә).

– Ғаилә тормошонда аңлашылмаусанлыҡтар булмай тормайҙыр инде…
Розалия: Булғылай, әлбиттә. Һүҙгә килешкән ваҡытта, ул да, мин дә әлеге ирештең ысынында ниндәйҙер ваҡ әйбер икәнлеген аңлап, туҡтап ҡалабыҙ һәм көлөп ебәрәбеҙ. Беҙҙең бер-беребеҙгә ҡарата хис-тойғоларыбыҙ – бына иң мөһиме нимә, ә ҡалғаны – тормош ваҡлыҡтары. Бәхетле булғың килһә, бул һуң, барыһы ла һинең ҡулыңда. Тик бының өсөн иптәшең, туғандарың менән бергә гармонияла йәшәп өйрәнергә кәрәк. Әле ни бары биш айлыҡ улыбыҙҙы атаһы – юрист, ә мин табип итеп күрергә теләйем. Финат, Эмиль үҫкәс, спорт түңәрәгенә йөрөһөн, ти, ә мин бейеүҙе үҙ итәм. Тик ҡайһы берәүҙәр кеүек бынан оло бәхәс тыуҙырып, үсегешеп ултырмайбыҙ. Әле беҙ ғаилә тигән оло юлды башлап ҡына торабыҙ, ике аспирантҡа иң башта фатирлы булыу һәм башҡа еңел булмаған мәсьәлә­ләр­ҙе, ауырлыҡтарҙы йырып сығыу бурысы тора. Финат татыу ғаиләләрҙе туплауҙы, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙы, аралашыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, ошо төркөмдө ойоштор­ҙо. Сөнки ирем, тәү сиратта, ғаилә тормошоноң бар нескәлектәренә төшөнөргә, ғаиләһен бәхетле итеп күрергә теләүсе кеше, шуға күрә уға ҡарата мөхәббәтем көндән-көн арта ғына бара.

– Розалия, Финат! Бөгөнгөләй бер-берегеҙ өсөн өҙөлөп, һәр саҡ яратышып йәшәргә яҙһын һеҙгә!

Л. Хәлитова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға