«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йыйыштырабыҙ, таҙартабыҙ, өйәбеҙ, тейәйбеҙ



23.04.2013 Йыйыштырабыҙ, таҙартабыҙ, өйәбеҙ, тейәйбеҙ

“Барығыҙ ҙа өмәгә!” – шундай саҡырыу йыш яңғырай был көндәрҙә. Кем уйлап сығарғандыр, уныһы мөһим түгел − шәмбе өмәләре һәр яҙ һайын беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелде. Эш, кем әйтмешләй, муйындан. Ҡыш буйына өйөлгән сүп-сарҙы йыйыштырыу, әлбиттә, еңел эш түгел, әммә һуңынан ниндәй таҙа булып ҡала!
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән шәмбелә республикала 20 мең тоннаға яҡын сүп-сар сүплектәргә сығарылған, биләмәләрҙе таҙартыуға 9,3 мең берәмек махсуслаштырылған техника йәлеп ителгән.
Техника ғына түгел, халыҡ та әүҙем ҡатнашҡан был сарала. 183 мең квадрат метр юл, 19 мең погон метр ҡойма һәм фасад төҙөкләндерелгән. Бынан тыш, 1300 самаһы үҫенте ултыртылған.
Өфөлә быйыл беренсе тапҡыр үткәрелгән дөйөм ҡала өмәһендә 135 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны барлыҡ предприятие һәм ойошмаларҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итте.
Йола буйынса шәмбе өмәләре 18 майғаса дауам итә. Әммә был эш йәй дауамында туҡталып ҡала тигән һүҙ түгел. Таҙалыҡты һаҡлау һәр кемдең бурысы икәнен онотмайыҡ. Йылы миҙгелдә девизыбыҙ “Сүпләнең иһә, таҙартып кит!” кеүек яңғыраһа ла ҡамасауламаҫ.
А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға