«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йырлап ҡына изгелек эшләнеләр



23.04.2013 Йырлап ҡына изгелек эшләнеләр

Йырлап ҡына изгелек эшләнеләр«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» телеканалы тағы тоғро дуҫтарын йыйҙы. «Сәңгелдәк», «Сулпылар», «Тау-тау хәбәр», «Ә, Ю, Я ҡаласығы» , «Шәп арба» тапшырыуҙарын яратып ҡараған балалар «Тамыр»ҙың йыр ансамблендә шөғөлләнеүселәр, алып барыу­сылары, эстрада «йондоҙ»ҙары менән осрашырға «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән «Тау-тау биштәр» культпоходына йыйылды. Биштәр тауын артылырға йыйылған йырсы, бейеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар Раил Өмөтбаев, Руслан Фархшатов, «Сулпы­лар» бәйгеһе еңеүселәре менән үҙҙәренең йыр-моңға маһир, һәләтле балалар булыуын тағы бер мәртәбә иҫбатланы.
Сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотҡан, моңло итеп йырлауҙары менән бергә матур итеп бейегән «Тамыр»ҙың тәрбиәләнеүселәренән киләсәктә артист сыҡмаҫ тимә! Тамаша ҡылырға ата-әсәләре менән бергә килгән кескәй малай-ҡыҙҙар күҙҙәрен дә алмай улар­ҙы күҙәтте. Ҡалала йәшә­һәләр ҙә, башҡорт телен онотмаған, телеканалдың концерттарын бер йыл да ҡалдырмаған был балалар бергә ҡушылып йырларға, ихласлап сәпәкәй итергә, Бауырһаҡ апайҙың уйындарында ҡатнашырға ла онотманы. Тәнәфестә уларҙы әкиәт герой­ҙары менән бағыусылар әҙерләгән тәмле күстәнәстәр, төрлө уйындар көтә ине. Әйткәндәй, «Тамыр» телеканалы үткәргән быйылғы концерт хәйриә тамашаһы булараҡ үткәрелде, улар, үҙҙәре әйтмешләй, йырлап изгелек эшләне. Концерттан йыйылған аҡса церебраль фалиж менән сирле Батыр Масҡаровҡа (Баймаҡ районы) Украинаның Трускавец ҡала­һында махсус клиникала дауаланыу өсөн тапшырылды.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға