«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һайлау барышын йәштәр ғилми юҫыҡта өйрәнә



23.04.2013 Һайлау барышын йәштәр ғилми юҫыҡта өйрәнә

Һайлау барышын йәштәр ғилми юҫыҡта өйрәнәБашҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы йылына бер нисә тапҡыр йәш быуын менән осрашып ала. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, аспиранттар − республиканың төрлө төбәге йәш егет һәм ҡыҙҙары һайлау хоҡуғы һәм процесы темаларына ҡағылышлы конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге уларҙы саҡырып, тантаналы рәүештә бүләктәр ҙә тапшыра, тармаҡ эшмәкәрлеге менән таныштыра, ҙур булмаған эсккурсиялар ойоштора. Был – йолаға әүерелгән матур сара.
Ошо көндәрҙә студенттар һәм аспиранттар араһында үткәрелгән конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Наилә Алтынова, секретары Марина Долматова һәм комиссияның башҡа яуаплы хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе ҡуш ҡуллап ҡаршыланы. Комиссияла­ғы­лар фекеренсә, йәш быуындың һайлауға бәйле эштәр менән ҡыҙыҡһыныуы иғтибарға лайыҡ. Сөнки бындай сәйәси ваҡиға илдә, республикала йыш-йыш булып тора һәм халыҡтың белеме лә, әлеге сарала ҡатнашыуы ла мөһим.
− Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары араһында һайлау темаһына конкурс 11-се тапҡыр уҙғарылды. Быйылғы уҡыу йылында унда ете вуз йәштәре үҙ эштәрен тәҡдим итте. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама филиалдары, БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан бихисап эш ҡабул ителде, − тине Хәйҙәр Вәлиев. – Ғилми эштәр юғары кимәлдә башҡарылған һәм йәштәр тикшерелгән темалары менән тәрән ҡыҙыҡһыныуын белдерә алған.
Йәш һайлаусыларҙың һайлау хоҡуғы һәм процесы проблемаларын ҡарауҙа ҡатнашыуы бик мөһим. Сөнки был үҫеп килгән быуындың гражданлыҡ позицияһын әүҙемләштереүҙә, һайлау мәҙәниәтен өйрәнеүендә етди роль уйнай.
Конкурс еңеүселәре араһында таныш йөҙҙәр ҙә бар, тимәк, улар тәүгә генә ҡатнашмай һәм йылдың-йылы призлы урындар яулап тора. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның студенттар төркөмөнә беренсе урын бирелде. “Рәсәй Федерацияһында һайлау хоҡуғы һәм процесы. Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн уҡыу-методика комплексы” тигән темаға бай йөкмәткеле хеҙмәт яҙған Земфира Булатова, Рәсилә Исламғолова, Анастасия Короткова һәм Дарья Яковлеваның ғилми етәксеһе Илвир Исхаҡов (ул үҙе лә йәш белгес) студенттары өсөн бөтмәҫ ғорурлыҡ тойғоһо кисереүен әйтте.
Икенсе урында − БДУ-ның Хоҡуҡ институты студенттары Фирүзә Дистанова менән Дамир Ишембаев. Фирүзә үҙ хеҙмәтен һайлау барышында күҙәтеүсе булып эшләүселәргә бағышлаһа, Дамир (ул бындай конкурстарҙың даими еңеүсеһе) ”Һайлау бәхәстәре һәм уларҙы хәл итеү алымдары” тигән теманы һайлаған.
Өсөнсө урында өс студент – Эльмира Астрахамбәтова (Өфө юридик институты), Айрат Ғирфатов (БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы), Гүзәл Хасаева (БДУ-ның Сибай филиалы). Әйткәндәй, Сибай филиалынан ҡатнашыусылар дәртләндереү приздары менән дә бүләкләнде. Динара Әхмәтйәнова, Роза Нурмөхәмәтова һәм Карина Шәри­поваға, уларҙың ғилми етәксеһе Светлана Әләмоваға, афарин, тип әйтергә ҡала. Бынан тыш, БДУ-ның Нефтекама филиалы студенты Сулпан Йосопованың эше лә дәртләндереү премияһы менән билдәләнде. Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ!
Әлбиттә, һайлау процесы кеүек етди теманың күп кешене әллә ни ҡыҙыҡһындырмауы ла бар, әммә был мөхиткә “барып ингән”дәр унда байтаҡ мауыҡтырғыс яңылыҡ таба, уға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын эҙләй, үҙе яңылыҡтар асырға ла мөмкин. Нимә генә тимә, һайлау – беҙҙең тормошта әһәмиәтле урын алып торған сәйәси күренеш. Унда ҡатнашмау, үҙ һүҙеңде әйтмәү ҙә дөрөҫ булмаҫ ине.

Әйткәндәй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл көҙ, теүәлерәге, Берҙәм тауыш биреү көнөндә − 8 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Әле ошо сараға әҙерлек бара. “Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы Берҙәм тауыш биреү көнөн үткәреүгә әҙер. Алда башҡараһы эштәр байтаҡ, әммә төбәктә участка комиссиялары составы тулыһынса ойошоп бөтөүе бик яҡшы”, − тигән баһа биргән республикаға өс көнгә килеп киткән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Станислав Вавилов. Ул шулай уҡ партияларҙың урындағы төбәк бүлексәләре менән килешеп эшләүҙең мөһим булыуын да белдер­ҙе. Вавилов һүҙҙәренсә, беҙҙең республикалағы партиялар бүлексәләре әүҙемлек күрһәтә, был бөтә тө­бәктәр­ҙә лә улай түгел. Партия­ларҙың теркәлеп, һайлау комиссиялары менән берлектә эшләй башлауын хупларға ғына ҡала, тине Мәскәү ҡунағы.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға