«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



19.04.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Ҡыуандырҙы...
Был аҙнала беҙҙе...
«Евровидение – 2013» халыҡ-ара вокал конкурсының хәҙер үҙ гимны бар.
Уны Швецияның данлыҡлы ABBA төркөмө һәм ди-джей Авичи ижад иткән.
1974 йылда конкурстың тәүге еңеүсеһе булып танылған АВВА төркөмө бик һирәк сәхнәгә сыға. Легендар йырсылар төркөм тарҡалғандан һуң айырым сығыш яһай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл бәйгенең финалы 18 майҙа Швецияла уҙасаҡ, унда Рәсәйҙән «Голос» проекты еңеүсеһе Динә Ғарипова ҡатнаша. Динәгә һәм Украина вәкиле Злата Огневичҡа букмекерҙар өсөнсө урынды юрай.

Ҡайғыртты...
Бостон марафонында (АҠШ) финиш мәлендә бер юлы ике шартлау яңғыраны һәм өс кеше һәләк булды.
Улар араһында 8 йәшлек бала ла бар. Теракт һөҙөмтәһендә 180-дән ашыу кеше йәрәхәт алды, зыян күреүселәрҙең күбеһенең аяҡ-ҡулдары өҙөлгән.
Бостон марафоны йыл да уҙғарыла һәм ҡала халҡы өсөн ҙур байрам булып тора. Терактта ғәйепләнеүсе тәүге кеше ҡулға алынған да инде. Бөйөк Британияла, спортсыларҙың матәмдә булыуы сәбәпле, ошондай уҡ спорт сараһын ойоштороуҙан баш тартмаҡсылар.

Ҡыҙыҡһындырҙы...

Майҙа АҠШ Президенты Барак Обама Вашингтонда Көньяҡ Корея башлығы Пак Кын Хе менән осрашасаҡ.
Һуңғы аҙналарҙа Төньяҡ Корея күршеһе – Көньяҡ Корея, Япония һәм төбәктәге Америка базаларына һөжүм итеү менән ҡурҡыта. КХДР өсөнсө атом ҡоралы һынауын уҙғарғас, мөнәсәбәттәр бөтөнләй ҡатмарлашты. Обама һәм Пак Корея ярымутрауындағы денуклеаризация (атом ҡоралынан ҡотолоу) һәм КХДР янауына ҡаршы тороу хаҡында һөйләшәсәк, тип белдерә Аҡ йорт. Шулай уҡ, осрашыуҙа ил-ара иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу прогресын һәм хәүеф­һеҙлек өлкәһендә эшмәкәрлекте модернизациялауҙы ҡараясаҡ, тиелә белдереүҙә. Көньяҡ Корея һаман да күршеһе менән тыныс диалогҡа өмөтләнә.

Аптыратты...
Венесуэлала президентлыҡҡа кандидат Энрике Каприлес еңелеүен һис тә танырға теләмәй.
Нефткә бай илдә сәйәсәткә бәйле ҡаңғырыш киҫкен төҫ ала, Каприлес тауыштарҙы яңынан һанауҙы талап итә.
50,8 процент тауыш йыйған Николас Мадуро был аҙнала ил алдында ант итергә тейеш, тик ул дәғүәсеһенең протестары менән ҡәнәғәт түгел. Ул Кап­рилесты, халыҡты талаштырып, власҡа килергә ашҡыныу­ҙа ғәйепләй һәм тауыштарҙы ҡабат иҫәпләүҙән баш тарта.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға