«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Эштәре донъя кимәлендә таныла



19.04.2013 Эштәре донъя кимәлендә таныла

Эштәре донъя кимәлендә танылаРежиссер Гөлназ Ғәлимул­линаның Германия күгендәге Баш­ҡортостан бала­ла­ры менән булған авиаһәләкәткә арналған «Күл янындағы йорт» («Дом у озера») доку­менталь фильмы Нью-Йорк фес­ти­ва­лендә еңеү яу­лаған биш проект иҫәбенә инде. Бү­ләкләү тантанаһы Лас-Вегаста үтте.
Фильм Боден күле өҫтөндә 2002 йылдың июлендә булған фажиғәле ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Ул Башҡортостанда һәм Гер­манияла ла төшөрөлгән.
Халыҡ-ара фестиваль жюрийы фекеренсә, Башҡор­тостан ре­жис­серы Гөлназ Ғәлимул­лина­ның эше көслө, эмоциональ һәм юғары профессиональ кимәлдә башҡарылған. Бәйгелә Рәсәй телеканалдары – НТВ һәм Russia Today журналистары ҡатнашҡан.
Шуны ла билдәләп үтәйек, Нью-Йорк фестивале – радио, телевидение һәм реклама өлкәһендәге тәүге халыҡ-ара конкурстарҙың береһе. Ул 1957 йылдан үткәрелә.
Әйткәндәй, был йәш режиссерҙың абруйлы премияларға лайыҡ булған тәүге эше генә түгел. Афарин, Гөлназ!
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға