«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һеҙгә хәйерселәр мөрәжәғәт итһә, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?



19.04.2013 Һеҙгә хәйерселәр мөрәжәғәт итһә, ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?

Вадим АРЫҪЛАНОВ, таксист:
– Һуңғы ваҡытта хәйер бирергә тура килмәне. Әгәр кеше ысынлап та мохтажлыҡ кисерһә, әлбиттә, аҡса йәл түгел. Ә эскесе йәки сиған саҙаҡа һораһа, мин уларҙы бер нисә һүҙ менән генә кәрәкле ергә “олаҡтырып” китәм. Теге йәки был бала ауырый, тип интернетта банк иҫәбенә аҡса йыйыусыларҙың күбәйеүе эсте бошора. Мут әҙәмдәр бала һаулығын ҡайғыртыусыларҙың изге күңелле булыуынан файҙалана, анһат ҡына аҡса эшләй. Мин нужа күреүселәргә йәки ауырыуҙарға ярҙам итергә теләһәм, бының өсөн мотлаҡ берәй хәйриә ойошмаһына, йә махсус фондҡа аҡса күсерәсәкмен.

Ләйсән ХӨСӘЙЕНОВА, актриса:
– Аҡса һораусыларҙы ҡыҙғанам, тик уларҙың барыһына ла ярҙам итеп булмай. Хәйерҙе күберәк мәсеттә ҡалдырам йәки медицина ярҙамына мохтаж булған кешегә аҡса бирәм.

Әлиә МУСИНА, хәбәрсе:
– Мин күптән түгел социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә ярҙам иттем – яҡшы торошло элекке кейемдәребеҙҙе, аяҡ кейемдәрен тап­шыр­ҙым. Ғөмүмән, кемгәлер ярҙам итеү өсөн әллә ҡайҙа ситкә китергә кәрәкмәй. Сөнки таныштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙҙың туғандары араһында ла мохтажлыҡ кисергән кешеләр, ғаиләләр осраштыра. Кемдеңдер ҡул һоноп торғанын күрһәм, ике төрлө хис-тойғо кисерәм. Мәҫәлән, хәйерсенең өҫ-башына ҡарап йәлләйһең, ә типһә – тимер өҙөрлөк ир булһа – асыуланаһың. Ул бит барыбер һәр тинен эскегә тотонасаҡ.

Лиана СӘҒӘҘИЕВА, банк хеҙмәткәре:
– Мин, күпме бирергә икән, тип аптырап ҡалам. 50 һум аҙ, ә 100 һум күп һымаҡ. Ҡайсаҡ, уйланып тороп, тинлектәр генә тоттороп киткәнем бар. Күберәк пенсионерҙарға ярҙам итергә тырышам – ҡыҙғаныс. Дәүләтебеҙ бик күптәрҙе етеш тормош, хаҡлы ял менән тәьмин итә алмай, ә беҙҙе киләсәктә нимә көтә? Аҡсаны усына йомған әбей-бабайҙар аяҡҡа йығылырҙай булып рәхмәт уҡый башлаһа, бындай күренештән миңә икеләтә ауыр, тиҙерәк эргәләренән ҡаса һалам.

Альтаир ИМАМЕТДИНОВ, пенсионер:
– Йәшем барған һайын, хәйерҙе һирәгерәк бирәм. Алкаштар һораһа, нәфрәт менән ҡарайым. Ә бына инвалидлыҡ йәки хәйерселек миндә йәлләү тойғоһо уята.

Нурия НАРИМАНОВА, студент:
– Ошо хәйерсенең урынында үҙем булмағанға Хоҙайға шөкөр итәм. Бер тин дә бирә алмаһам да, уларға ҡарап еңеллек кисерәм. Студент тормошомда ниндәйҙер ваҡ-төйәк өсөн аҡса етмәүе шул ваҡытта миңә пүстәк тойола.

Зәлифә ӘЛИБАЕВА, менеджер:
– Хәйерселәрҙең төрлөһө була. Мин йәштәргә, әллә нисә тапҡыр инвалид булһа ла, бер ҡасан да бер тин дә бирмәйем. Йәшһең, тимәк, эшләй алаһың, тик хәйерсе булып түгел. Ни өсөн тир түгеп тапҡан хәләл аҡсамды уның менән бүлешергә тейешмен? Былай ҙа, етеш йәшәйем тип, ике урында эшләйем. Йәш хәйерселәрҙе күрә алмайым. Ә бына ҡарт-ҡороға саҙаҡа бирәм. Тик барыһына ла түгел. Таҙа кейемле, хәйер һораған­ға ныҡ тартынған, оялып ҡына ҡулын һуҙған ҡарттар һис тә профессионалдарға оҡшамаған, ундай­ҙарҙы йәлләйем.

Альбина САВЕЛЬЕВА, уҡытыусы:
– Тажик, үзбәк сиғандарына иҫем китә – йоҡа кейемдә имсәк балалары менән ҡышын, йәйен урамда ултыралар. Бының өсөн ҡоростай һаулыҡ кәрәк тә баһа! Беҙҙең илдә ғаиләләр, нимә ашатырмын, эсерермен, нисек уҡытырмын, тип, өсөнсө, дүртенсе балаһын табырға ҡурҡа, ә былар… Сиған балалары бәләкәйҙән үк хәйер һорашып буй еткерә. Был халыҡ анһат ҡына үҙенең нәҫелен ҡарауҙы башҡаларҙың иңенә һалып ҡотола. Улар менән ҙур ҡалалар шығырым тулған. Ғөмүмән, үҙен йәлләтеп шоу яһаған кешеләр бик күп. Яңыраҡ Мәскәүгә барып ҡайттым, метрола ҙур ҡорһаҡлы йәш кенә ауырлы ҡыҙҙар ҡайғылы йөҙ менән хәйер һораша ине. Был бизнестың ундай төрө тиҙҙән беҙгә лә килеп етмәҫ тимә.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға