«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Силәбеләр белем эйәләрен асыҡланы



19.04.2013 Силәбеләр белем эйәләрен асыҡланы

Силәбеләр белем эйәләрен асыҡланыСиләбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәхәлем урта белем биреү мәктәбендә 6 − 8-се класс уҡыусыларының башҡорт халҡының мәҙәниәтен, ижадын, телен пропагандалау маҡсатында «Белем эйәләре» конкурсы үтте. Сараға райондың 13 мәктәбенән, тамашасы сифатында Сосновка, Ар­ғаяш райондарынан уҡыусылар са­ҡырылғайны. Ҡоншаҡ районының мәғариф идаралығы начальнигы, ат­ҡаҙанған һөнәри белем биреү уҡытыусыһы Рауил Хәлил улы Асатул­лин әйтеүенсә, был бәйгене үткәреү идеяһы өлкә ҡоролтайҙарының бере­һен­дә тыуа. «Йәйгеһен беҙ үҙебеҙҙе таһыллыҡҡа һынайбыҙ, ҡыш белем­де тикшерәбеҙ. Был конкурс киләсәктә лә йыл һайын үткәрелеп торор», − тигән ышанысын белдерҙе ул һәм быйыл Тәхәлем мәктәбендә кадет синыфы асылыуын әйтте. Башҡорт те­лен пропагандалау бу­йынса үткәрелгән «Белем эйәләре» конкурсы 1992 йылда Силәбе дәүләт университетында башҡорт-рус бүлеген асыуға ла сәбәп булып тора. Ҡон­шаҡтың ғына түгел, өлкәнең күп кенә мәктәбендә ошо бүлекте тамамлаусылар рус һәм башҡорт телдәренән уҡыта. Үкенескә күрә, быйыл бүлек ябылған.
Конкурсҡа Башҡортос­тандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле А. Хәбибуллин, өлкә баш­ҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Н. Шәйҙуллин саҡырылғайны. Улар еңеүселәргә үҙҙәренең бүләктәрен, ойоштороусыларға рәхмәт хаттарын алып килгәйне.
Бәйге юғары кимәлдә үтте. Башҡортос­тандан ситтә йәшәһәләр ҙә, уҡырға әсбаптар булмауына ҡарамаҫтан, уҡыусылар башҡорт мәҙәниәтен, халыҡ ижадын яҡшы белә. Уларҙың сығыштарынан күренеүенсә, балаларҙы ҡурайҙа, баянда уйнарға, бейергә өйрәтергә профессионалдар етмәй. Халыҡ ҡоралдарында үҙ аллы уйнарға өйрәнгән уҡыусылар күп сығыш яһаны. Балаларға йырларға мәктәптәрҙә әҙер көйҙәр, милли костюмдар бөтөнләй юҡ.
Ниһайәт, талапсан жюри, «иң-иң»дәрҙе билдәләп, 1-се урынды – Бүре урта мәктәбенең «Бүре тоҡомдары» командаһына, 2-се урынды – Солтан урта мәктәбенең «Сағыш­тыҡай», 3-сө урынды Ашир урта мәктәбенең «Осҡон» командаһына бирергә ҡарар итте. Призлы урындарҙан тыш, махсус номинациялар ҙа билдәләнгәйне. Башҡорт халыҡ ижадын иң яҡшы белеүселәр тип Һары мәктәбенең «Йондоҙ» командаһы, тыуған яҡты иң яҡшы белеүселәр тип «Тәхәлем йәштәре» командаһы, башҡорт халыҡ йолаларын иң яҡшы белеүселәр тип Мөслим мәктәбенең «Биш бармаҡ» командаһы, башҡорт телендә тиҙәйткестәрҙе иң һәйбәт ятлаусылар тип Әмин мәктәбе командаһы, яҡшы йомаҡ оҫталары тип Бүре мәктәбенең «Бүре тоҡомдары» командаһы, иң яҡшы үҙешмәкәр сәнғәт номерын башҡарыусылар тип Борис мәктәбенең «Дуҫлыҡ» командаһы, башҡорт шиғриәтен иң яҡшы белеүселәр тип Ҡоложбай мәктәбенең «Ҡоложбай зирәктәре», Ҡарағайкүл мәктәбенең «Башҡорт тоҡомдары», Түләк мәктәбенең «Салауаттар» командалары табылды.
Төбәктәрҙә уҙғарылған һәр милли байрам – ул энтузиас­тар эше. Ҡоншаҡ районының мәғариф бүлеге методисы Н. Ғәлиева конкурсты ойоштороуға күп көс һалған. Силәбе дәүләт университетының башҡорт-рус бүлеген тамамлаған, башҡорт ҡоролтайы ағзаһы булып торған Нуризә Фәсхетдин ҡыҙы иҫ киткес ойоштороусы ғына түгел, милләтебеҙҙең киләсәге өсөн янып-көйөп йөрөүселәрҙең береһе лә.
Башҡот телен, мәҙәниәтен, ижадын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Белем эйәләре» конкурсы киләсәктә үҙенең сиген киңәйтер, Силәбе өлкәһе Мәғариф министрлығының конкурстары исемлегенә инеп, башҡорт телен, мәҙәниәтен, ижадын иң яҡшы белеүселәрҙең өлкә конкурсына әйләнер, тип уйлайбыҙ.

Резеда БАЙНАЗАРОВА.
Силәбе өлкәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға