«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һыуға хаҡ артһа



16.04.2013 Һыуға хаҡ артһа

“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың сәнәғәт, транспорт, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Родина менән республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәнгәрәев халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Белгестәр менән осрашыуға, һорауҙары булған граждандарҙан тыш, журналистар ҙа килде. Бынан тыш, белгестәргә он-лайн рәүештә видео аша мөрәжәғәт итергә лә мөмкин ине. Билдәле булыуынса, ошондай шарт­тар­ҙағы осрашыуҙар Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә йыш ойошторола, унда көнүҙәк проблемалар хәл ителә.
Был юлы брифингта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы проблемалар тураһында һүҙ барҙы. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһынан бер кеше ҡалаларында эҫе һыу өсөн хаҡтың ҡапыл артыуына зарланып мөрәжәғәт итте. Ундағы халыҡҡа борсолорға урын бар, әлбиттә. Ни тиһәң дә, хаҡ ҡапыл ғына 40 проценттан да юғарыраҡҡа артып киткән. Ҡулланыусыларҙы был хәлдең законлы булыу-булмауы ҡыҙыҡһындыра. Марат Шәнгәрәев билдәләүенсә, быйыл 1 ғинуарҙан ҡайһы бер муниципалитеттарҙа эҫе һыу өсөн хаҡ күтәрелгән. Был эҫе һыу менән тәьмин итеү эшен яңы һәм заманса стандарттар буйынса башҡарыуға бәйле. Яңы стандарттар хеҙмәттәрҙең күпкә сифатлыраҡ булыуын аңлата, һөҙөмтәлә, хаҡ артҡан һымаҡ тойолһа ла, сифат та арта.
Әлеге ваҡытта граждандарҙың барыһын да тиерлек дөйөм йорт мәнфәғәттәре (ОДН) өсөн түләттерелгән хаҡ ҡыҙыҡһындыра. Был инде, дөрөҫөн генә әйткәндә, граждандарға бер ҙә аңлашылып бөтмәгән һәм бик күп проблемалар тыуҙырған мәсьәлә. Тәүҙә фатир хужалары ни өсөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ артыуын аңлай алмай йонсоно. Хәҙер инде, аңлатыу эштәре уңышлы ғына башҡарылғандан һуң, башҡа проблемалар ҡалҡып сыға башланы. Дөйөм йорт мәнфәғәттәре өсөн билдәләнгән сумманы ваҡытында түләмәгән граждандар башҡа фатир хужаларына матди зыян килтерә, әлегә аҡсаһын сығарырға ашыҡмағандарҙы нисек “аҡылға ултыртырға” икәнлеген билдәләүсе аныҡ ҡағиҙәләр юҡ. Был сумманы билдәләү өсөн өҫтәмә ҡағиҙәләр ҡабул итеү ҙә күҙ уңында тотола, белгестәр мәсьәләне көйләү юлын эҙләй.
Брифингта ауылдарҙан ҡатнашыусылар ҙа булды. Мәҫәлән, Краснокама районынан бер граждан бер райондың төрлө ауылдарында йорттарҙы йылытыу өсөн түләнгән хаҡтың төрлөсә билдәләнеүенә зарланды. Был хәл артабан тикшерелеп, тейешле яуап табыласаҡ.
Ғөмүмән алғанда, брифинг ваҡытында бирелгән һорауҙарҙың барыһына ла яҙма яуап тапшырыла. Һорауҙарҙың бик күптәре белгестәр ярҙамында өҫтәмә тикшереүҙәр талап иткәнлектән, ҡайсаҡ уларға яуаптар бер аҙ көттөрөбөрәк тә бирелә. Әммә иң мөһиме – граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән белгестәргә бушлай мөрәжәғәт итеү һәм аныҡ яуап алыу мөмкинлегенә эйә.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға