«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Быйыл йылғалар мул һыулы



16.04.2013 Быйыл йылғалар мул һыулы

Башҡортостандың Гидрометео­ро­ло­гия үҙәге килтергән мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта Өфө тирәһендә Ағиҙел йылғаһының тәрәнлеге 475 сантиметрға еткән. Ул бер тәүлек эсендә 22 сантиметрға күтәрелгән. Сағыш­тырыу өсөн: былтыр 15 апрелдә Ағиҙелдең тәрәнлеге 458 сантиметр булған.
Бөрө ҡалаһы тирәһендә лә Ағиҙел ташҡан – унда йылғаның тәрәнлеге 614 сантиметр. Ә бына Ашҡаҙар йылғаһының һыуы ҡайта башланы, тәрәнлеге 100 сантиметрҙы ғына күрһәтә. Өршәк йылғаһы ла “уҫаллығын” юғалта бара − әле уның тәрәнлеге 199 сантиметр. Шулай тиһәң дә, былтыр Өршәктең тәрәнлеге ташҡан ваҡытта ла ни бары 49 сантиметр ғына тәшкил иткән.
Байтаҡ кешенең йорттарын баҫып киткән Стәрле йылғаһы ла әкренләп ярҙарына ҡайта башланы. Әле уның тәрәнлеге 378 сантиметр. Былтыр ошо ваҡытта тәрәнлеге 288 сантиметр булған. Әй, Дим, Йүрүҙән, Ҙур Ыҡ йылғалары ла ташыуҙан туҡтаны. Һәр хәлдә, бынан һуң көтөлмәгән хәлдәр булмаҫ, йорттар һыу аҫтында ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.
Йомағужа, Павловка, Нөгөш һыу һаҡлағыстарындағы хәл-торош контролдә тотола.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға