16.04.2013 Аҡыллы баш та муйында тора шул…
йәки Уҡыусыларҙы финанс грамотаһына өйрәтеп, уларҙан илебеҙҙең уңышлы граждандарын тәрбиәләп булырмы?
Заманында илебеҙҙәге буталышлы мәлдән файҙаланып ҡалған замандаштарыбыҙ ҙа етерлек булды. Кемдер тиҙ арала диссертация яҡлап алды, кемдер халыҡ мөлкәтен үҙ иҫәбенә яҙҙырҙы, кемдер түшенә орден таҡты, кемдер депутат булып ките… Әммә был ғәҙелһеҙлектәр беҙ кеүек тоҡто тишеп сыға башлағас, дәүләт етәкселәре таҙартыу эштәрен башларға мәжбүр булды. Министрҙарҙы отставкаға ебәреү, РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының бер-бер артлы мандаттарын тапшырыуы, ялған ғалимдарҙы фашлау һ.б. – быға асыҡ дәлил. Борис Березовскийҙың теге донъға китеүе был донъябыҙҙың бысраҡлыҡтан, әшәкелектән арыныу символы булып торһон ине.
Бер нисә йыл инде Англияла ҡасып йәшәгән билдәле Рәсәй олигархы Борис Березовскийҙың үлеме донъяны яңғыратҡан төп яңылыҡтарҙың береһенә әйләнде. Уның үлеменең сәбәбе тураһында ниндәй генә фараздар булманы. Борис Березовскийҙың күптән түгел Владимир Путинға хат яҙған булыуы ла төрлө уйҙырмалар тыуҙырҙы. Нисек кенә булмаһын, яңы Рәсәй тарихында Березовский биләгән урын, уның сәйәси “даны“ күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Үҙенең үлеменән бер нисә сәғәт алда Forbes журналына биргән интервьюһында уның: “Йәшәү мәғәнәһен юғалттым“, − тип әйткән булыуы ла күптәрҙе ғәжәпләндерҙе. Березовскийҙың феноменын аңлау өсөн Михаил Горбачев башлап, Борис Ельцин дауам иткән баҙар иҡтисады төҙөү маҡсатында башланған реформаларға ҡыҫҡаса байҡау яһап үтергә кәрәктер. Бөйөк дәүләтебеҙ етәкселәренең был реформалар тураһында аныҡ ҡына планы булмау арҡаһында башланған үҙгәртеп ҡороуҙар кеше аңында, бөтә йәмғиәттә буталсыҡлы хәл тыуҙырҙы: төрлө көстәр тарафынан уның ниндәй генә варианттары тәҡдим ителмәне – Георгий Явлинскийҙың 600 көн эсендә төҙөләсәк баҙар иҡтисадынан алып берәй сит илгә (АҠШ, Германия) протекторат булыуға тиклем. Ҡытай халҡының “Үҙгәрештәр осоронда йәшәргә яҙмаһын“ тигәненә дусар булған совет халҡы ошо буталсыҡлы хәлдә албырғап ҡалды. Коммунистар партияһы етәкселеге аҫтында йәшәп өйрәнгән халыҡтың йәшәү ориентирҙарын юғалтыуы ҙур һәләкәткә килтерҙе. Владимир Путин СССР тарҡалыуы хаҡында хатта: “ХХ быуаттың иң ҙур сәйәси хатаһы“, – тип әйтеп үтте. Бындай буталсыҡлы хәл-ваҡиғалар тарихта йыш ҡына булып тора. Йәмғиәттәге буталыш һәр ваҡыт төрлө аферистарҙың ҡалҡып сығыуына килтерә. Рәсәй тарихында ялған Дмитрийҙы, Григорий Распутинды (әйтергә кәрәк, “Распутин“ маркалы араҡы һатыла башлауы ла юҡтан булмағандыр) күрһәтергә була. СССР телевидениеһында Кашпировский, Чумак кеүек экстрасенстарҙы күрһәтеү, төрлө йондоҙнамәләргә, астрологтарға ышана башлауҙы ла ошоноң менән бәйләргә кәрәктер. Тиҙ арала еңел генә байыу мөмкинлеге лә (Мавродиҙың “МММ“-ы, Властилина, Чубайстың ваучерҙары, “Гермес“, төрлө “Алиса“лар һ.б.) халыҡты юлдан яҙҙырырға булышлыҡ итте. Сәйәсәттә еңел тормош, яҡты киләсәк вәғәҙә иткән фирҡәләр ҡалҡып сыҡты, ә шуларҙың береһе – ЛДПР – үҙенең лидерының һәләттәре арҡаһында һаман да һаҡланып килә. Тыуған илебеҙҙәге буталсыҡ ябай кешегә генә хас түгел шул. “Һыу башынан болғаныр“ тигәндәй, дәүләт етәкселәренең дә милли идеяны эҙләүе ошоно иҫбатлай. Милицияны полицияға алмаштырыу, хеҙмәт кенәгәләрен юҡҡа сығарырға маташыу, “Хеҙмәт Геройы” исемен кире тергеҙеү ҙә ошо юҫыҡта тора. Президенттың дәүләт корпорацияларын төҙөүенә Премьер-министрҙың артабан дауам итеү курсының ҡапма-ҡаршы булыуы ла ошо буталышты, аныҡ йүнәлештәрҙең юғалыуын аңлата түгелме ни?
Бындай буталсыҡлы хәлдең йәмғиәт өсөн хас күренеш булып тороуы һәм оҙаҡҡа һуҙылыуы мөмкин түгел. Яҙғы ташҡындан ҡалған лапылыҡ кеүек барлыҡҡа килгән сүп-сарҙы халыҡ үҙе нисектер таҙарта йәки тәбиғәт үҙе унан арыныу юлын таба. Бына шулай иҡтисадсы-сәйәсмән Григорий Явлинский, Дәүләт секретары булып алған фәнни коммунизм уҡытыусыһы Геннадий Бурбулис, ә беҙҙә табип-банкир Рәфис Ҡадиров, “Башҡорт бензины“ биржаһы хужаһы Малядский, халыҡ табибы Фарис Ғәлләм кеүек шәхестәр тарих арбаһынан тамам төшөп ҡалды шикелле. Был “даһи“ҙар дәүләттә булған буталсыҡты үҙ файҙаһына ауҙарырға тырышһа, “һыуҙы болғандырып, балыҡ тоторға“ тырышҡан кешеләр ҙә етерлек булды.
Борис Березовскийға килгәндә, уның “бөйөклөгө“, башҡаларҙан айырмалы, ошо буталсыҡлы хәлде үҙе йәки бүтәндәр ҡулы менән булдырып, барлыҡҡа килгән хәлдән шәхси сәйәси һәм матди капитал туплауҙан ғибәрәт ине. “30 − 40 кешенең һәләтен үҙендә берләштергән“ Березовский Рәсәй Президенты посына кандидат булып торған Иван Рыбкинды ҡайҙалыр йәшереп тотоу, чечен террорсылары менән булдырылған тығыҙ бәйләнеш, генерал Лебедты үҙ маҡсатында файҙаланыу кеүек сараларҙан да тартынманы. Был йәһәттән уға тиң булған аферисты табыу еңелдән түгелдер. Ҡотҡо таратыуҙы үҙ кәсебе итеп алған кешенең һәр коллективта тиерлек осрап тороуы ғәҙәти күренеш. Айырым кешене күп тапҡыр алдарға була, әммә халыҡ менән был оҙаҡҡа һуҙыла торған хәл түгел. Тора-бара Борис Ельцин да, Владимир Путин да унан ҡотолоу юлын хуп күрҙе. Компаньондары Бадри Патаркацашвили ҙа, Роман Абрамович та уны “тишек кәмәгә ултыртып” ҡалдырҙы. Әммә халыҡ юҡҡа ғына: “Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр, илен борсоған ил буҫағаһы булыр“, – тип әйтмәгән. Борис Березовский ҙа был донъяла үҙ урынын тапты. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоуы еңел булһа ла, ябай кеше унда балыҡ эҙләмәй шул. Буръяҡ һыуға тоноу зарур шул.
Березовский ҡулланған ҡотҡо таратыу һәм башҡа алымдарҙың Рәсәй дәүләтендә киң таралыуы граждандар йәмғиәтенең үҫеш кимәле менән бәйлелер. Ҡарарҙарҙың күбеһенең халыҡ менән кәңәшләшмәй ҡабул ителеүе быға ныҡ булышлыҡ итә. Был хәл менән файҙаланыусылар Борис Березовскийҙан тыш та етерлек. Мәрхүмдең йәне тынысланып та өлгөрмәне, РПЦ (сиркәү) вәкиле мәктәптәрҙә яңы предмет – “Тормош мәғәнәһе“ − индереү тәҡдиме менән сыҡты. Ә унан алдараҡ илебеҙҙең Финанс министрлығы вәкилдәре, “Финанс грамотаһы“ тигән предметты уҡытырға кәрәк, тигәйне. Бөтә кластар өсөн тейешле дәреслектәр әҙерләү башланды ла инде, быйыл көҙҙән башлап Рәсәйҙең биш төбәгендә уны уҡытыу күҙаллана. Тейешле теле- һәм радиотапшырыуҙар, популяр китаптар баҫтырып сығарыу, интернет-консультациялар, һис һүҙһеҙ, ыңғай күренеш. Мәғариф өлкәһендәге буталсыҡ хәлде файҙаланып, ниндәй генә предметтар индерергә тырышмайҙар: ОБЖ, НВП, әхлаҡ нигеҙҙәре, дин дәрестәре, “Рәсәй – донъяла“, нанотехнология. Уҡыусыларға былай ҙа көсөргәнештең санитар нормаларҙан саманан тыш икәнен белеп торһалар ҙа. Был предметтарға аҙнаһына берәр генә сәғәт бүлеү өсөн математикаға, физикаға, химияға, туған телгә, тарихҡа бирелгән сәғәттәрҙе ҡыҫҡартырға кәрәклеген аңлап тораларҙыр инде (математиканы ҡыҫҡартыу арҡаһында ябай процентты иҫәпләй белмәгән студенттарҙы йыл да осратып торам. Митрофанушкаларҙың финанс грамотаһын үҙләштерә алыуына шигем бик ҙур – был белем үҙе аҡса эшләп ҡараған кешегә генә аңлайышлы). Яңы предметты кем уҡытырға тейешлеге хаҡында уйлап та бирмәйҙәр. Юғары квалификациялы иҡтисадсыларҙы, финансистарҙы уҡытырға йәлеп итеү өсөн тейешле аҡса табырға кәрәк. Шунлыҡтан уҡытыуҙы ҡыҫҡаса курс үткән тарих, география һ.б. уҡытыусыларына йөкмәтергә мәжбүр буласаҡтар. Шунлыҡтан финанс грамотаһын бөтә синыфтарҙа уҡытыу ҡаралыуын Рәсәй властарының халыҡтың аңын үҙгәртеүгә йүнәлтелгән идеологик сараһы тип ҡабул итергә кәрәктер. Уҡыусының аңына аҡса эшләү, финанс өлкәһендәге уңыштың тормоштоң төп мәғәнәһе икәнен һеңдерергә тырышыу Бөтә донъя банкының аҡсаһына атҡарылғанын оноторға ярамай. Иғтибар итһәгеҙ, телевизорҙа, радиола һәр яңылыҡтар сығарылышының аҙағында көн торошо менән бер рәттән валюталар курсын биреп торалар. Юҡҡа түгелдер.
Илдар ҒӘБИТОВ.