«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ул – балаларҙы, балалар уны ярата



16.04.2013 Ул – балаларҙы, балалар уны ярата

Ул – балаларҙы, балалар уны яратаҺәр ата-әсәгә үҙенең балаһы ғәзиз. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә, мәктәпкә барғас та бала үҙен нисек тота, иптәштәренә ҡарата ниндәй мөғәмәләлә, уртаҡ тел таба аламы, уҡытыусылары ниндәйерәк кеше, тигән борсолоуҙар була күңелдә.
Бәләкәй Алтынайыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, беҙ ҙә шундай тойғолар кисерҙек. Ә инде ҡыҙыбыҙ тиҙ арала өйрәнеп, иртән иртүк үҙе тороп, баҡсаға атлыҡҡас, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Көнө буйы нимәләр күргәне, дуҫтары, тәрбиәселәре тураһында мауығып һөйләүен ишеткәс, тағы бер ҡыуандыҡ.
Рита Самат ҡыҙы тураһында күп ишетергә тура килә. Ул байтаҡ йылдар 235-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Рита Солтанова – бик рухлы кеше. Балалар менән үткәргән бихисап сара араһында башҡорт телендәгеләре айырылып тора. Халыҡ әкиәттәре, шиғырҙар, йомаҡтарҙы балалар бик ярата. Шәжәрә байрамдары ла үтә хатта.
Төркөмдә “йәшел мөйөш” тә бар. Балалар бында эшкә, үҫемлектәрҙе тәрбиәләргә, уларға һаҡсыл ҡарарға өйрәнә.
Рита Солтанова үҙенең эш дәүерендә бик бай һәм ҡыҙыҡлы дидактик материалдар туплаған. Уларҙы йәш тәрбиәселәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.
Хеҙмәтенә күрә − хөрмәте, тигәндәй, тынғыһыҙ тәрбиәсенең эше лә лайыҡлы баһалана. Өфө ҡалаһының Совет районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәне, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында үҙенсәлекле сығышы өсөн бүләкләнә, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы премияһына ла лайыҡ була.
Балаларыбыҙҙың ошондай ышаныслы педагог ҡулында тәрбиәләнеүенә тынысбыҙ.

Таңсулпан ХӘСӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға