«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хаталарын һанамай, алға ынтылғандар уңышҡа өлгәшә



16.04.2013 Хаталарын һанамай, алға ынтылғандар уңышҡа өлгәшә

Шундай бер юрау булған. Кем дә кем Яңы йыл алдынан бейек тау башында үҫкән аҡ сәскәне өҙә, шул иң бәхетле кеше буласаҡ. Сәскә үҫкән тау иҫ киткес бейек булған, кешеләр уны, сихырлы тау, тип йөрөткән. Тау йыш ҡына һелкенгән, шуға күрә уға береһе лә менә алмаған. Шулай ҙа бер ваҡыт өс йәш егет үҙҙәренең бәхетен һынамаҡсы була. Тик унда китер алдынан улар аҡыл эйәһенә барып, кәңәш һорай.
– Ете тапҡыр ҡолағыҙ, һигеҙ тапҡыр аяғығыҙға баҫығыҙ, – тигән кәңәш бирә аҡһаҡал.
Бына егеттәр тауға килеп етә, уға төрлө яҡлап менергә уйлап, өсөһө өс яҡҡа китә. Бер сәғәттән һуң дуҫтарҙың беренсеһе килеп сыға, уның бөтә ере күгәргән, сыйылған.
– Аҡыл эйәһе дөрөҫ әйтмәгән, – ти ул. – Ете тапҡыр йығылдым, ә һигеҙенсегә аяҡтарыма баҫҡанда тауҙың дүрттән бер өлөшөн генә үткәнемде аңланым. Шуға кире боролорға булдым.
Икенсе егет ике сәғәттән һуң күренә. Ул да күгәренеп, тырналып бөткән.
– Аҡһаҡал беҙҙе алдаған. Мин ете тапҡыр ҡоланым, һигеҙ тапҡыр аяҡтарыма баҫтым, ҡараһам, иҫем китте, шул тиклем ауырлыҡтар аша тауҙың тик дүрттән ике өлөшөн генә үткәнемде аңлап, кире ҡайтырға булдым, – ти.
Ә өсөнсө егет бер көндән һуң ҡулына аҡ сәскә тотоп килеп сыға, уның бер ере лә күгәрмәгән дә, сыйылмаған да.
– Һин ҡоламаныңмы ни? –тип аптырай дуҫтары.
– Ҡоламаған ҡайҙа ул, йөҙ, ә бәлки, унан да күберәк ҡолағанмындыр, мин бит һанаманым, – ти егет, йылмайып.
– Ниңә һуң һиндә бер ниндәй күк тә, сыйылған ерең дә юҡ? – ти тегеләр.
– Тауға менер алдынан мин ҡоларға өйрәндем, – тип көлә егет.
– Был егет, – ти аҡыл эйәһе, – ҡоларға түгел, ә аяҡтарына баҫырға өйрәнгән, тимәк, ул тормошта ҙур уңыштарға ирешәсәк.
Кешеләр тиҙ генә бөтә нәмәгә ирешергә теләй. Шуның өсөн дә берәй эште башлап, беренсе ауырлыҡ тыуыу менән уны ташлайҙар. Ә уңыштарға үҙ хаталарын һанамай, баштарын юғары күтәреп алға ынтылғандар ғына ирешә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға