23.10.2010 Сиратта – тары ярмаһы
ҡарабойҙай ярмаһы тирәһендә тыуған шау-шыу онотолоп та өлгөрмәне, күптән түгел тарының хаҡы ҡапыл күтәрелде. ҡарабойҙай менән дөгөнөң хаҡы артыуы кешеләрҙе аптыратты, хәүефләндерҙе. Ни тиһәң дә, улар халыҡ күпләп ҡулланған ярмалар иҫәбенә инә. Ә бына тары ярмаһын халыҡ барыбер һирәгерәк ҡуллана. Шуға ла уның хаҡы ҡапыл ғына күтәрелеп китһә лә, әллә ни ығы-зығы ҡупманы, был яңылыҡты кешеләр еңел генә ҡабул итте.
Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында һатыусылар әйтеүенсә, тары ярмаһының хаҡы ҡарабойҙайҙыҡын ҡыуып етеүе лә ихтимал. Ни тиһәң дә, ул әле дөгөнән саҡ ҡына ҡалышып килә.
Аҙыҡ-түлек баҙарында тағы ла ниндәй үҙгәрештәр буласағын ваҡыт күрһәтер. Ә түбәндәге таблицала хаҡтар Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында 21 октябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.
Хаҡтар – һумда
Дөгө ярмаһы 38 – 45
ҡарабойҙай ярмаһы 55 – 56
Тары ярмаһы 26 – 35
(Башҡортостанда етештерелгәне арзаныраҡ, әммә ул сүпле, шуға ла уны алыусылар һирәк, ҡиммәтерәге күрше өлкәләрҙән килтерелә)
Шәкәр 35 – 36
Макарон изделиелары 25 –35
Шишмә үҫемлек майы 60
Кәбеҫтә 28 – 30
Кишер 35 – 40
ҡыҙыл сөгөлдөр 20 – 45
Картуф 25 – 35
ҡыяр 65 – 88
Томат 60 – 78
Һуған 24 – 35
Һарымһаҡ 188 – 200
Виноград 72 – 78
Тоҙло кәбеҫтә 100 – 200
Йылҡы ите 180 – 230
Йәш мал ите 180 – 240
Һыйыр ите 140 – 230
Һарыҡ ите 220 – 250
Тауыҡ ите 95 – 125
Тауыҡ боттары 120 – 130
Өйрәк ите 180 – 250
Ауыл майы 280
Ауыл ҡаймағы (0,7 литр) 150
Аҡ май 160 – 195
Лилиә СИРАЕВА.