«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Боҙ ҡуҙғалды



12.04.2013 Боҙ ҡуҙғалды

Боҙ ҡуҙғалды“Боҙ ҡуҙғалды” тигәнде уҡып: “Илебеҙҙә ниндәйҙер ҡаты үҙгәрештәр бара икән!” – тип ҡурҡып китмәгеҙ – һүҙ йылғаларҙа боҙҙар­ҙың ҡуҙғалып, яҙғы ташҡын башланыуы тураһында бара. Быйылғы ташҡындың көслө генә буласағын алдан уҡ күҙаллай инек, шулай булып сыҡты ла. Республикала йорт­тар­ҙы һыу баҫыуы арҡаһында һәләк булыусылар юҡ-юҡлыҡҡа, шулай ҙа ташҡындың бер нисә ҡорбаны тураһында мәғлүмәт еткерелде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә йылға-күлдәр ҙә даими рәүештә контролдә тотола. Ләкин бындай ваҡытта ваҡиғалар сәғәт һайын ғына түгел, минут һайын да үҙгәреп тора. Шуға ла көтөлмәгән хәлдәрҙең дә күҙәтелеүе ихтимал. Өфө тирәһендә Ағиҙел йылғаһы өҫтөнә тәүҙә шәре ҡалҡҡайны, хәҙер боҙо ла китте.
Бөрйән районында байтаҡ урын һыу аҫтында ҡалған. Мәҫәлән, Әбделмәмбәт ауылы тирәһендәге юлды һыу баҫҡан. Унда кәрәкле техника яҡын ғына булғас, Үҙән йылғаһында ҡапыл ҡалҡҡан һыуҙы йырып ебәреп, проблеманы тиҙ хәл иткәндәр. Тимер һәм Монасип ауылдары әлеге ваҡытта айырыуса контролдә тотола, был ауылдар Ағиҙел йылғаһы эргәһендә урынлашҡан. Шулай уҡ Иҫке Собханғол ауылы ла иғтибар үҙәгендә. Белорет районының Ғәбдүк ауылы халҡы ла ташҡындан ҙур ғына зыян күргән – унда 45 йорт һыу аҫтында ҡалған. Был ауыл халҡын буласаҡ ташҡын тураһында иҫкәртеп, балалар, ололар, ауырлы ҡа­тындар һәм инвалидтар­ҙы алдан уҡ хәүефһеҙ урынға сығарған булғандар. Бөтә­һе 88 кеше эвакуациялан­ған, уларҙың яртыһынан күбеһе – балалар. Шулай уҡ мал-тыуар ҙа сығарыл­ған. Әммә Ғәбдүк ауылында малын ҡотҡарып ҡалып өлгөрмәгәндәр бар. Биге­рәк тә йәш­тәр урамында. Әлегә күп­ме мал-тыуар ҡы­рылыуы тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ, ветеринарҙар ҡорбандарҙы һанау эшен башҡара. Ҡырылған мал­ды ерләү менән шөғөлләнеү айырыуса ҙур иғтибар талап итә, һыйыр һәм һарыҡтарҙың барыһына ла тейешле профилактик вакциналар эшләнгән булған. Шуға ла үлгән мал республика экологияһына зыян килтермәйәсәк, уларҙы ваҡытында һәм тейешенсә ерләп ҡуйыу ғына талап ителә.
Боҙ ҡуҙғалдыСтәрле йылғаһы ла “күстәнәстәре” менән эргә-тирәһендәге халыҡтың ҡәҙимге тормошона үҙгәрештәр индер­ҙе. Уның ныҡ һәм ҡапыл ташыуы арҡаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер нисә урамдағы шәхси йорттар һыу аҫтында ҡалған. Ҡалала кәмендә 15 кеше эвакуацияланған, уларҙың барыһы ла әлегә туғандарында йәшәп тора. Әле Стәрле йылғаһы ҡайтмаған, әгәр һыу артабан да ташыуын дауам итһә, тағы ла йөҙгә яҡын йорттоң һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Был ваҡытта 200-ҙән ашыу кешене эвакуацияларға тура киләсәк. Халыҡҡа ярҙам итеү өсөн транспорт саралары һәм ҡотҡарыусылар тулы әҙерлектә тора. Шуға ла, хәл ни тиклем генә ҡатмарлашһа ла, ташҡын имен генә тамамланыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Инйәр йылғаһы ла ташып, ҡотто алды. Уның ярҙарынан сығыуы арҡаһында күп кенә райондарҙа хәүеф уянды. Әле ул “йүгәнләнгән”, шулай ҙа даими тикшерелеп тора.
Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ташҡын көткәндән бер-ике көн алда башланған. Алдан яҙып үтеүебеҙсә, таш­ҡында һәләк булыусылар ҙа бар. Ҡырмыҫҡалы менән Шишмә райондары сигендә автомобиль ярҙарынан сыҡҡан Өршәк йылғаһына бата. Водитель күпергә яҡынлашҡанда уҡ машинаһы менән һыу йырып килгән. Күпер тирә­һендә эшләүсе ҡотҡарыусылар водителгә юлдың ябыҡ икәнлеген аңлатһа ла, “Нива” машинаһы батҡаҡлы юлдан йылғаға төшөп китә. Машина тиҙ арала йылғанан сығарылһа ла, һалҡын һыуға төшкән 65 йәшлек водитель, 87 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны шундуҡ һәләк була. Машиналағы өсөнсө кеше әле реанимацияла ята, ул да оло йәштә, хәле насар.
Үкенескә күрә, ташҡында һәләк булыу­сылар араһында бала ла бар. Бүздәк районында бер малай йылғала ағып барыусы боҙға ултырып йөҙөргә булған. Боҙ ярылып китеү сәбәпле, бала һыу аҫтына китеп, һәләк булған. Уның кәүҙәһен ауыл халҡы тартып сығарған. Бындай үкенесле хәл башҡа ҡабатланмаһын ине.
Ташҡын – бик ҡурҡыныс күренеш, яҙын йылға бер нисә минутта ярҙарынан сығырға, ташырға һәләтле. Был бәләкәс кенә йылғаларға ла, ҙурҙарына ла ҡағыла. Шуға ла хәүефле урындарҙа йәшәүселәр үҙҙәре өсөн генә түгел, балалары, яҡындары өсөн дә яуап бирергә бурыслы. Әлбиттә, республикала яҙғы ташҡынды контролдә тотоу өсөн махсус комиссия ла эшләй, ҡотҡарыусылар һәм техника саралары халыҡҡа ярҙамға килергә әҙер. Әммә һәр кем ғәҙәттән тыш хәлгә үҙе әҙерләнеп, бындай ваҡытта айырыуса иғтибарлы булырға тейеш.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға