12.04.2013 Ҡатын-ҡыҙ ҙа донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙҙы кем көсһөҙ зат тигәндер инде, бөгөн бының тап киреһе көндән-көн раҫланып тора. Бөгөн генә тиһегеҙме? Юҡ, донъя тарихына гүзәл заттар борондан яҙылып ҡалған. Ә халҡыбыҙға килгәндә, быуаттар төпкөлөнән исемдәре килеп етмәһә лә, ил инәһе, ағинәй кеүек һүҙҙәр юҡҡа ғына таралмағандыр ул. Ғорур ҙа, намыҫлы ла, ғәҙел дә, наҙлы ла, сая ла, кәрәк саҡта саҡматаштай ҡаты ла тигән сифаттар бирелгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға. Айырыуса 1917 йылғы революциянан һуң йәшәйеше үҙгәрә гүзәл заттың. Хәҙер инде ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы осраҡта алдараҡ та атлай улар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте данлыҡлы милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған энциклопедия сығарырға ниәтләп, дөрөҫ эшләгән. БР Хөкүмәте булышлығында ташҡа баҫылған йыйынтыҡ “Башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙары” (“Славные дочери башкирского народа”) тип атала. Ошо көндәрҙә китаптың исем туйы ла үтте.
− Уларҙың исемдәре һәр ваҡыт түрҙә, һәр кемдең телендә. Үҙ эше, эшмәкәрлеге менән, халҡым, ерем, илем, тип янып йәшәгән һәм йәшәй улар, − тине, кисәне асып, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева. – Арҙаҡлы шәхестәребеҙ бөгөнгө йәш быуын өсөн өлгө.
Бына сәхнәләге экранға әкренләп кенә фотоһүрәттәр сыға. Ысынлап та, ҡайһы ғына йөҙ таныш түгел икән?! Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батыровамы? Һәҙиә Дәүләтшинаны ишетмәүсе-белмәүсе бармы? Мәрйәм Бураҡаева исеме ятмы әллә? Замандашыбыҙ Тамара Танһыҡҡужинаны беребеҙ таныш түгел тип әйтә аламы? Йә сәйәсмән Зөһрә Рәхмәтуллинаны? Яҙыусылар, йырсылар, журналистар, табиптар – араларында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ!
Шуныһына ҡыуанып ултырҙым: быйыл 8 март байрамы алдынан ғына беҙҙең ”Йәшлек” гәзите лә “Башҡорт халҡының иң билдәле 100 ҡатын-ҡыҙы” акцияһын үткәрҙе бит! Әлбиттә, 100-гә генә һыйып бөтмәне улар. Бәлки, киләсәктә “иң билдәле 500” йә “иң билдәле 1000”де һанарбыҙ, ә?
− Беләһегеҙ, беҙ, башҡорттар, өсөн “әсәй”, “инәй”, “апай” кеүек һүҙҙәр бер ҡасан да ябай, буш һүҙҙәр булмаған. Ул һүҙҙәрҙә бөтмәҫ һөйөү, ихтирам, иғтибар сағыла, − тине, БР Президенты Хакимиәте исеменән сығыш яһап, Илшат Ханов. – Бөгөн дә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иғтибар уртаһында. Власть органдары ла гүзәл заттың йәшәйешен еңеләйтеү өсөн күп нәмә эшләй. Киләсәктә лә арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһында ҡатын-ҡыҙҙар мотлаҡ буласаҡ, эштәре менән халҡы күңеленә мәңгегә яҙылып ҡаласаҡ, тигән ышанысыбыҙ ҙур.
Йыйынтыҡтың исем туйына БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, билдәле актриса булараҡ та яҡшы таныш Эльвира Юнысова, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Солтанова, медицина фәндәре докторы, профессор Вәсилә Ваһапова кеүек аҫыл заттарыбыҙ ҙа килгәйне. Был шәхестәрҙең исемдәре, әлбиттә, энциклопедияға индерелгән.
Ижад утында янып йәшәүселәр, шул уҡ ваҡытта күп бала тәрбиәләүсе (бөгөн ғаиләлә өс бала күп һаналғанын беләһегеҙҙер), республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаттары, шағирәләр Тамара Искәндәриә-Юлдашева менән Лариса Абдуллина ла сәхнәгә алҡыш менән саҡырылды.
Тантаналы ваҡиға уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең “Ал да нур сәс халҡыңа” тигән миҙалын да тапшырҙы. Наградаға үрҙә телгә алған профессор Вәсилә Ваһапова менән педагогик хеҙмәт ветераны Маһинур Үтәбаева лайыҡ булды.
Әйткәндәй, әлеге энциклопедияны сығарыуға ҙур өлөш индергән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһына ла береһенән-береһе маҡтауға лайыҡ апайҙар, инәйҙәр, ғөмүмән алғанда, алдынғы ҡарашлы замандаштарыбыҙ йөрөй. Милләтебеҙ йәшәйешендә үҙ ролен уйнай улар. Һәр береһендә башҡорт ҡыҙҙары хәрәкәте башында торған Рабиға Ҡушаеваныҡылай ҡыйыу һәм илһөйәр йөрәк тибә. 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа үткән Бөтә башҡорт ҡоролтайында ҡатын-ҡыҙҙарға ир-егеттәр менән бер тигеҙ хоҡуҡ даулаусы 16 йәшлек Рабиға Ҡушаева һүҙҙәренсә: ”Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе, быны аңларға ваҡыт!” Был тарихты иҫкә төшөрөп үтеүсе Рәшиҙә Солтанова, танылыу яулаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр эше, үҙҙәре арабыҙҙан китһә лә, күҙ алдында тора, тип билдәләне. Ә инде уларҙың исемен мәңгеләштереүсе китаптың да сығыуы – ҙур ҡыуаныс. Энциклопедия уҡытыусылар, зыялылар, халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмаған, әүҙем тормош менән йәшәүселәр өҫтәлендә мотлаҡ булырға тейештер.