«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уйлан, фәһем ал



12.04.2013 Уйлан, фәһем ал

Уйлан, фәһем алӘллә ҡасан инде боронғо бер риүәйәтте уҡығайным. Күп нәмәләр онотола, ә тап ана шул иҫтә тик торасы. Фәһем бар унда.
… Бер аҡһаҡал уҡыусыларын йыйған да, аҡ ҡағыҙға бер генә нөктә төртөп, тегеләргә һорау биргән:
– Бында нимә күрәһегеҙ?
– Нөктә, – тигән берәүһе.
– Ҡара нөктә, – тигән икенсеһе.
– Ярайһы ныҡ итеп ҡуйылған нөктә, – тигән өсөнсөһө.
Шул саҡ ҡарт илап ебәргән.
– Ни өсөн илайһың, аҡһаҡал? – тип аптырашҡан тегеләр.
– Нисек инде иламайһың? Бөтәгеҙ ҙә тик нөктәне генә күрҙегеҙ. Ә бит нөктә аҡ ҡағыҙға ҡуйылғайны. Аҡ ҡағыҙҙы иғтибарға ла алманығыҙ…
Беҙ йыш ҡына кешене бәләкәй генә етеш­һеҙлектәренә ҡарап хөкөм итәбеҙ. Ә уның яҡшы яҡтары ошо бәләкәй ҡара нөктә артында күренмәй ҡала. Аҡ ҡағыҙҙағы ҡара нөктәне күрәбеҙ, ә ҡағыҙын – юҡ. Ҡыҙғаныс.
Уйланып тик йөрөйөм.
Тағы бер риүәйәт.
Философия фәндәре буйынса пpофеccоp студенттарға лекция уҡырға әҙерләнә. Өҫтәлендә быяла һауыт, таштар, ваҡ-төйәк ҡырсын һәм ҡом ята.
Дәрес башланғас, профессор һауытҡа таштарҙы һала ла, йәштәрҙән:
– Һауыт тулымы? – тип һорай. Барыһы ла, тулылыҡты дәлилләп, баш ҡаға.
Шунан профессор һауытҡа ҡырсынды услап төшөрә. Уны яҡшылап һелкеткәс, ваҡ таштар эреләре араһындағы урынға тула. Профессор студенттарҙан тағы һауыттың тулымы, түгелме икәнлеген һорай.
– Тулы, – ти студенттар бер тауыштан.
Сират ҡомға етә – уны һауытҡа ҡойғас, ҡом да үҙенә урын таба.
– Хәҙер, – ти профессор, – беҙ ошо һауытта ғүмер мәғәнәһен күрергә тейешбеҙ. Эре таштар мөһим нәмәләрҙе сағылдыра – ғаилә, һаулыҡ, балалар. Хатта тормошоғоҙҙа башҡа бер нәмә лә булмаһа ла, былар һеҙҙең йәшәйеште тулыландырыр ине. Ҡырсын – эш, йорт, машина кеүек нәмәләр. Ә ҡом иһә – байрамдар, мөһим булмаған мәшәҡәттәр.
Әгәр башта уҡ һеҙ тормош һауытығыҙҙы (беҙҙә тормош йә бәхет кәсәһе тиҙәр, буғай) ҡом менән тултырһағыҙ, эре таштар­ға, йәғни ғаилә, балалар, һаулыҡ кеүек иң мөһим нәмәләргә урын ҡалмауы бар.
Фәһем бармы? Бар… Тағы уйландым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға