12.04.2013 Барыһы ла ус төбөндәге кеүек
Космик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса инновация-белем биреү үҙәге ерҙәге һәр үҙгәреште теүәл асыҡлай
Хәҙер баҫыуҙар һәм урмандар торошон, йылғалар үҙгәрешен белер өсөн мотлаҡ урынға сығырға кәрәкмәй, ә барыһын да йыһандан күҙәтергә мөмкин. Планетабыҙ туҡтауһыҙ үҙгәрә, литосфера плиталары даими хәрәкәттә. Республика аҫтындағы ерҙең нисек үҙгәргәнен дә әлеге лә баяғы космос аша белергә була.
Бер йыл элек Башҡорт дәүләт университеты базаһында Космик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса инновация-белем биреү үҙәге асылғайны. Уның янында координациялау советы булдырылған, ул төрлө йүнәлештәрҙә – сейсмология, гидрология, геология, геодезия өлкәләрендә эшләгән етештереүселәрҙе һәм ғалимдарҙы берләштерә. Университет бинаһының ҡыйығында урынлаштырылған референц станция “Глонасс” һәм GPS сигналдарын ҡабул итә. Бөтә мәғлүмәт миллиметрҙың меңенсе өлөшөнә тиклем теп-теүәл. Бындай үҙәктәр Пермь крайында, Киров, Түбәнге Новгород, Һамар өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында ла булдырылған.
Үҙәк күрһәткән хеҙмәттәр бик күп. Шуларҙың араһында – Рәсәй һәм сит ил ҡорамалдары ярҙамында планетабыҙҙы алыҫтан тороп зондлау юлы менән алған мәғлүмәтте таратыу. “Йыһан хеҙмәте күрһәтеү – ғәҙәти булмаған тәҡдим. Ул барыһына ла кәрәк. МЧС хеҙмәткәрҙәре янғын йәки ташҡын ихтималлығын күҙаллай, углеводород сеймалы табыусылар ер ҡабығы хәрәкәтен күҙәтә, аграрийҙарға баҫыуҙағы хәл-торош тураһындағы хәбәр кәрәк. Станцияла алынған бөтә мәғлүмәт эшкәртелә һәм власть органдарына, тейешле ведомство, хеҙмәттәргә тапшырыла”, – тине ошо үҙәктең директоры, техник фәндәр кандидаты, БДУ-ның география факультетының туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм физик география кафедраһы доценты Шайхил-Ислам Ҡотошев.
2012 йылдың июленән веб-портал эшләй башлаған, уның төп маҡсаты – референц станцияларҙан алынған мәғлүмәтте туплау һәм архивлаштырыу. Был үҙ сиратында ер өҫтөнөң геодинамик үҙгәрештәрен күҙәтергә һәм авария хәлендәге йорттарҙы емереү, йә төҙөлөш буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ баш ҡалалағы йөҙҙән ашыу хәүефле объект бер кварталға өс тапҡыр тикшерелә, уларҙа авария булыу-булмау хәүефе баһалана.
Инновация-белем биреү үҙәге белгестәре тикшеренеү эштәре менән генә шөғөлләнмәй, буласаҡ картограф, геолог, гидрометеорологтарға белем дә бирә. Студенттар глобаль навигацияның юлдаш системалары менән таныша, предприятиеларҙа практика үтә. Бынан тыш, үҙәк сит ил белгестәре менән бәйләнеш булдырған, студенттарға сит илдәге тиҫтерҙәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге тыуҙырылған. “Роскосмос” менән эшләү – төп йүнәлештәрҙең береһе.
Космик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса инновация-белем биреү үҙәге көсө менән Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский һәм Учалыла референц станциялар асылған. Йыл аҙағында Өфө ҡалаһының 84-се гимназияһында йыһан хеҙмәттәре үҙәге булдырылған. “Бындай ойошмалар күләмен унға тиклем арттырырға уй бар”, – ти Шайхил-Ислам Борһан улы.
Былтыр 6 сентябрҙә Учалыла 3.0 ML магнитудалы ер тетрәү булғайны. Ер ҡатламындағы үҙгәреш яҡын тирәләге ун станцияла теркәлгән. Ваҡиғанан һуң бөтә мәғлүмәт йыйылып, изосейст картаһы төҙөлгән. Ер тетрәү эпиүҙәге Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты янына тура килгән, ул ике саҡрым тәрәнлектә булған. Ошондай үҙәктәр ярҙамында кескәй генә үҙгәрештәрҙе тойорға мөмкинлек барлыҡҡа килә.
Гүзәл ЙОСОПОВА.