«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Көнләшеү хаҡында



09.04.2013 Көнләшеү хаҡында

– Һин был турала белһәң дә, көнләшмәҫ инең, – ти ире.
– ни өсөн? – ти ҡатыны.
– Әгәр ҙә һин эргәмдә була тороп та, үҙемдең үткәндәге башҡа берәй ҡатын-ҡыҙ тураһында уйлаһам? Уға китеп барыуым ихтималлығы һине борсоуға, ҡайғыға һалмаймы? – ти ире.
– Юҡ.
– Һин мине яратмайһыңдыр ул...
– Нимә һөйләгәнеңде үҙең аңлайһыңмы? Мөхәббәттең көнләшеү һәм юғалтыуҙан ҡурҡыу менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Һине яратам, әгәр ҙә инде башҡа ҡатынды онота алмайынса, минән киткең килһә – яҡшы, шулай дөрөҫөрәк буласаҡ. Әгәр ҙә эргәмдә ҡалһаң, мине алдаған булып сығыр инең. Тимәк, беҙ бер-беребеҙгә тап килмәгәнбеҙ һәм китеүең тик яҡшыға булыр ине. Ә инде ҡалһаң, миңә тап килгән кешенең урынын биләгән булыр инең. Миңә тап килгән кеше бер ваҡытта ла китмәйәсәк. Бер нәмә хаҡында ла борсолорға ярамай. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, – ти ҡатын.
– Һин шундай ҡыҙыҡ итеп яратаһың… Бөтөнләй яраҡлаша белмәйһең, көнләшмәйһең, – ти ир.
– Һин һаман да нимә хаҡында һөйләүеңде аңлай алмайһың. Мөхәббәттең бит яраҡлашыу менән дә бер ниндәй уртаҡлығы юҡ. Яраҡлашыу һәм көнләшеү үҙ-үҙеңде яратмау тигән һүҙ. Үҙеңде кемдәндер түбәнерәк тойоу, һине бер кем дә яратмаясаҡ, тип ҡурҡыу, кем менәндер сағыштырыу. Һин үҙеңде бер кем менән дә сағыштыра алмаясаҡһың. Һин – ул һин. Үҙеңдең тормошоң. Ул – һиңә бирелгән оло бәхет. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырып, уны бушҡа үткәрмә. Был – яңылышлыҡ. Һин тик үҙеңә генә ҡарар­ға тейешһең. Шул саҡта ғына яңылышмаясаҡһың. Шул ваҡытта ғына бер кем дә китмәйәсәк. Сөнки һин тиҙ арала ул кешенең һиңә тап киләме, юҡмы икәнлеген тоясаҡһың.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға