05.04.2013 Шөкөр, яҙғы кейемгә лә күстек
Термометр бағанаһының нулдән өҫкә күтәрелеүенә бер нисә көн генә үтһә лә, беҙ инде күптән йылыла ғына йәшәйбеҙ кеүек. Шулай инде – һалҡындар ялҡытты ла, тиҙ генә онотолдо ла. Был ялда синоптиктар хатта йылылыҡтың 10 градусҡаса етеүен вәғәҙәләй. Төндә лә 2 градус йылы булыр, моғайын. Аҙна башында урыны менән ямғыр ҙа яуыуы ихтимал. Ә бына апрелдең 12 – 14-тәрендә бер аҙ һалҡынайтыр, температура нулдән өҫтә 3 – 4 градус ҡына күрһәтер, төндә 5 градусҡаса һыуытыр ҙа.