«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мәктәбегеҙҙе ябалармы? Мөкәйҙәрҙән үрнәк алығыҙ!



05.04.2013 Мәктәбегеҙҙе ябалармы? Мөкәйҙәрҙән үрнәк алығыҙ!

Ауылдарҙа эшһеҙлек хөкөм һөрә, йәштәр ситкә китә, балалар һаны кәмей, мәктәптәр ябыла. Ауыл яйлап һүнә... Ултырып иларға ғына ҡалдымы? Ә бына ҡырмыҫҡалы райо­нының Мөкәй ауылы халҡының бирешергә иҫәбе юҡ. Улар урындағы мәктәпте ябылыуҙан ҡотҡарыуҙың үҙенсәлекле ысулын тапҡан. Унда егерме бер бала патронатҡа һәм тәрбиәгә алынған, май айында балалар һаны тағы ла ун бишкә артасаҡ.
Был изге эшкә мәктәп коллективы тәүгеләрҙән булып тотон­ған. Әлеге мәлдә алты уҡытыусы һәм хеҙмәткәр ҡулында ун биш бала тәрбиәләнә. Эшһеҙлектән һәм билдәһеҙлектән арыған ауыл халҡы, уларҙан күрмәксе, патронатҡа бала алыу тәртибе менән ҡыҙыҡһына башлай. Шунан ҡайһы бер ғаиләләр хатта дүртәр бала алырға йөрьәт итә. Ә бер нисә йыл элек ябылыу алдында торған мәктәпкә бөгөн йән ингән.
Халыҡтың тын алышы, балаларҙың элекке һәм хәҙерге тормошо хаҡында киләһе йома һанында
Гүзәл Бикмәтованың “Мөкәйҙең икенсе һулышы” мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға