«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Компенсация күләме арттырыла



05.04.2013 Компенсация күләме арттырыла

РФ Президенты Владимир Путиндың “Тыумыштан I төркөм инвалидын һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләгән өсөн ай һайын ҡаралған түләү тураһында” указына ярашлы, тыумыштан I төркөм инвалидтарҙы һәм 18 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙы тәрбиәләүсе эшләмәүсе ата-әсәгә һәм опекун­ға түләү күләме арттырылды.
Беҙҙең илдә, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, был сумма 1380 һумдан 6325 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Мөмкинлектәре сикләнгән кешене ҡараусы 12 747 эшкә яраҡлы кешенең 6898-нең яңы күләмдәге пособие­ға хоҡуғы бар. Уларға өҫтәмә документ тупларға, ғариза яҙырға кәрәкмәй. Республиканың ҡала-райондарындағы Пен­сия фонды идаралығы белгестәре компенсацияны үҙҙәре иҫәпләйәсәк.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, РФ Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, 2013 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләнгән яңы күләмдәге компенсация апрелдән түләнәсәк.
Шуны иҫәпкә алырға кәрәк, әгәр ҙә инвалид баланы ата-әсәһе йәки опекун түгел, ә эшләмәүсе, әммә эшкә яраҡлы икенсе кеше ҡарай икән, компенсация күләме элеккесә ҡала (1380 һум). Шулай уҡ инвалид баланы, йә 80 йәшкә еткән ҡарт кешене, йә дауалау учреждениеһы һығымтаһы буйынса тәрбиәгә мохтаж кешене ҡараусы эшләмәүсе граждандың компенсация күләме лә үҙгәрмәй.

РФ Пенсия фондының БР буйынса
идаралығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға